Сибай гимназия-интернатында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына арналған төбәк ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте.
Ҡала башҡорттары ҡоролтайы һәм Сибай тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы менән берлектә ойошторолған сараның маҡсаты – йәш быуын күңелендә илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү, һәләтле уҡыусыларҙы үҫтереү, тыуған яҡты өйрәнеүгә ынтылыш һалыу. Йыл да уҙғарылған конференцияла 5 – 11-се класс уҡыусылары Бөйөк Ватан һуғышына, төбәктең күренекле шәхестәренә, Башҡортостандың 100 йыллығына арналған хеҙмәттәре менән сығыш яһаны.
Сара 2015 йылдан алып арҙаҡлы тарихсы, тыуған яҡты өйрәнеүсе, күп китаптар авторы Рамаҙан Үтәғоловтың башланғысы менән үткәрелә. Бөгөн уның эшен гимназия-интернат коллективы лайыҡлы дауам итә.
Әлеге конференцияла Сибай һәм Баймаҡ ҡалалары, Баймаҡ, Бөрйән, Хәйбулла, Әбйәлил райондары уҡыусылары ҡатнашты. Тантаналы өлөштән һуң эш айырым секцияларҙа дауам итте, балалар үҙ хеҙмәтен жюри ағзалары алдында яҡланы.
Төрлө йүнәлештә еңеүселәр булып Азалия Әминева (Баймаҡ районы, Сыңғыҙ ауылы), Илүзә Хунафина (Хәйбулла районының Оло Әбеш мәктәбе) һәм Гөлшат Ғиниәтова (Әбйәлил районының Ҡырҙас мәктәбе) танылды.
Кисәне “Салтанат” бейеү ансамбленең сағыу концерт номерҙары биҙәне, теләгәндәр өсөн Сибай тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейына бушлай экскурсия ойошторолдо.