Башҡортостан
-19 °С
Болотло
VK
OK
РУС
Telegram
Дзен
Бөтә яңылыҡтар
10
Белем һәм тәрбиә
29 Апрель 2019, 15:44
Еңеү тарихын беләһеңме? Үҙеңде һынап ҡара
7 майҙа илдә “Еңеү диктанты” Бөтә Рәсәй патриотик акцияһы уҙасаҡ. Был сарала Башҡортостан кешеләре лә ҡатнаша ала. Беҙҙә барлығы 12 майҙансыҡ эшләйәсәк.
7 майҙа илдә “Еңеү диктанты” Бөтә Рәсәй патриотик акцияһы уҙасаҡ. Был сарала Башҡортостан кешеләре лә ҡатнаша ала. Беҙҙә барлығы 12 майҙансыҡ эшләйәсәк.
Мәҫәлән, өфөләр диктантты Башҡорт дәүләт университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты, Өфө дәүләт авиация техник университеты, ВДНХ һәм башҡа урындарҙа яҙа аласаҡ. Майҙансыҡтар тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте ойоштороусыларҙың интернеттағы сайтында ҡарарға була.
– Махсус диктантпобеды.рф сайтында һәр төбәк вәкиле үҙенә иң яҡын майҙансыҡты таба аласаҡ. Шулай уҡ унда диктант үткәреүҙең положениеһы, ойоштороу комитеты ағзалары һәм башҡа кәрәкле мәғлүмәт бар. Ул тамамланғас, сайтта Бөйөк Ватан һуғышы тарихын белеүгә онлай-тест һалынасаҡ. Уның һөҙөмтәләре Рәсәй көнөндә донъя күрәсәк, – тине проекттың координаторы, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Александр Хинштейн.
“Еңеү диктанты” үткәс тә, сайт үҙ эшен дауам итер тип ышана ойоштороусылар. Уны киләһе йыл, Еңеүҙең 75 йыллығында ла дауам итергә йыйыналар.
Фото: “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас:
Новости партнеров
Яу яланында ла икмәк бешерер Баймаҡ ҡыҙы
Соңгы кыңгырау кайчан яңгыраячак?
«Бумага» не сдаётся
Дуҫтар! Беҙҙең телеграм-каналға яҙылығыҙ!
Өфө һәм Башҡортостан тураһында яңылыҡтар — һеҙҙең смартфонда.