Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында “Урал-Волга төбәге халыҡтарының рухи мәҙәниәте мәсьәләләре: тарих һәм заман” тип аталған Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Уны факультет Башҡортостандың Фәндәр академияһы менән берлектә ойошторҙо.
Сараға йәш ғалимдар, аспиранттар, магистранттар һәм студенттар етди әҙерләнгән ине. Улар тел һәм әҙәбиәт ғилеме буйынса ғына түгел, фольклор, халыҡ ижады, тәржемә, хатта туризм өлкәһенә ҡағылышлы ҡыҙыҡлы сығыштар тәҡдим итте.
Конференция Башҡортостан Республикаһының – 100, Башҡорт дәүләт университетының – 110 һәм уҡыу йортонда эшләп килгән “Шоңҡар” әҙәби түңәрәгенең 85 йыллығына арналды. Әйткәндәй, “Шоңҡар”ҙың әлеге юбилейына арнап бик матур йыйынтыҡ сығарылған. Унда уҙған быуаттың 30-сы йылдарынан алып бөгөнгәсә ошо әҙәби ҡорҙа ҡанат нығытыусыларҙың ижад емештәре урын алған.
Был сара уҡыу йортонда иғлан ителгән фән айлығын йомғаҡлау сараһы ла булып торҙо. Уның барышында студенттар, магистранттар һәм аспиранттар өсөн бихисап ҡыҙыҡлы саралар, конкурстар уҙғарылған. Мәҫәлән, улар үҙҙәрен сит ил һәм рус классик әҙәбиәте өлгөләрен тәржемә итеүҙә, Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеүенә һәм Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған шиғыр һөйләүселәр конкурсында, “Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?” интеллектуаль уйынында һынап ҡараған.