Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
6 Май 2019, 17:11

Үҙегеҙҙе һынап ҡарағыҙ

18 майҙа Туймазы ҡалаһында “Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам“ девизы аҫтында башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант яҙыу ойоштороласаҡ.

18 майҙа Туймазы ҡалаһында “Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам“ девизы аҫтында башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант яҙыу ойоштороласаҡ.


Диктант бер үк көндә һәм сәғәттә Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә лә үткәрелә, яҙыр өсөн дә бер үк ваҡыт бирелә. Сараның маҡсаты – башҡорт телен популярлаштырыу, башҡорт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү.


Туймазы ҡалаһында диктантты 18 майҙа, 9.30 сәғәттә Гагарин урамы, 32 адресы буйынса 6-сы мәктәптә яҙырға мөмкин. Диктант ваҡыты – 60 минут.


Фото район хакимиәте сайтынан алынды.
Читайте нас: