VIII–XI класс уҡыусыларынан тыш, төрлө вуздар студенттары ла ҡатнашҡан оло бәйгелә 12 кешенән торған Башҡортостан командаһы ла көс һынашты. Олимпиада һөҙөмтәләре буйынса 2-се Баҡалы мәктәбенең XI класс уҡыусыһы Ләйлә Хәкимова еңеү яуланы. Был олимпиада уның өсөн – өсөнсөһө. Йыл һайын үткәрелгән республика, төбәк-ара ярыштарҙа ла ҡыҙ әүҙем ҡатнашып, призлы урындар алып килде. Татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, юғары категориялы педагог Альбина Шәфиғуллинаның тәжрибәһе, уҡытыу оҫталығы ошондай һәләтле балаларҙы асырға ярҙам итә лә инде. Еңеүселәргә оло үрҙәр, уңыштар юлдаш булһын!