Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
7 Май 2019, 20:26

Минең ҡартатайым – герой!

Барлыҡ ил Бөйөк Еңеүҙең 74 йыллығын билдәләргә йыйына. Еңеү парады, “Үлемһеҙ полк” саралары ветерандар өсөн түгел, ә киләсәк быуын өсөн кәрәк һәм мөһим.

Барлыҡ ил Бөйөк Еңеүҙең 74 йыллығын билдәләргә йыйына. Еңеү парады, “Үлемһеҙ полк” саралары ветерандар өсөн түгел, ә киләсәк быуын өсөн кәрәк һәм мөһим.


Ошоно иҫәптә тотоп, патриотик саралар мәктәптәрҙә генә түгел, балалар баҡсаларында ла ойошторола. Мәҫәлән, баш ҡаланың Совет районында урынлашҡан 240-се балалар баҡсаһында ла бөгөн “Үлемһеҙ полк” акцияһы булды. Ясле йәшендәгеләрҙән алып сығарылыш төркөмдәренә тиклемге сабыйҙар ҡартаталары фотоларын алып килеп, патриотик көй аҫтында марш менән үтте.


– Әсәйемдең олатаһы, минең ҡартатайым һуғыштан еңеү алып ҡайтҡан. Ул үҙе күптән иҫән булмаһа ла, өйҙә уның миҙалдары һаҡлана. Ул – герой! – ти тәрбиәләнеүселәрҙең береһе Тимур.


Балаларҙың күбеһе хәрби кейемдә, баштарында – пилоткалар, түштәренә Георгий таҫмалары таҡҡан. Улар был байрамдың мәғәнәһен һәм әһәмиәтен яҡшы белә, ҡарт олатайҙары һәм өләсәйҙәре менән хаҡлы ғорурлана. Тәрбиәселәр иһә дәрестәрҙә һуғыш һәм Еңеүҙең әһәмиәте тураһында аңлата.


Фото: 240-сы балалар баҡсаһынан.
Читайте нас: