Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
9 Май 2019, 00:17

Сибайҙар “Еңеү диктанты”н яҙҙы

Бөтә Рәсәй “Еңеү диктанты” акцияһынан сибайҙар ҙа ситтә ҡалманы. Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты был сараны үткәреү майҙансығына әүерелде.

Фото: Сибай институты сайтынан.
Фото: Сибай институты сайтынан.
Бөтә Рәсәй “Еңеү диктанты” акцияһынан сибайҙар ҙа ситтә ҡалманы. Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты был сараны үткәреү майҙансығына әүерелде.
Диктант яҙыуҙа етмештән ашыу кеше ҡатнашты. Сараның кураторы тарих фәндәре кандидаты, Сибай институтындағы иҡтисад һәм хоҡуҡ факультетының дәүләт һәм хоҡуҡ тарихы һәм теорияһы кафедраһы доценты Фуат Сөләймәнов булды. Диктант яҙыуға 45 минут бүленде, 20 эш бирелде.
Һөҙөмтә 12 июндә асыҡланасаҡ, уның менән махсус сайтта танышырға мөмкин буласаҡ.
Читайте нас: