“Бала саҡ-2019” векторы” Бөтә Рәсәй конгресын асыу тантанаһында сығыш яһаған Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республикабыҙҙа демография сәйәсәтен тормошҡа ашырыу юлдары, бала хоҡуҡтарын яҡлау буйынса алып барылған эш, ғөмүмән, бала саҡты нисек бәхетле итеү тураһындағы уйҙары менән бүлеште.
– Конгресс беҙгә, Рәсәй субъекттары вәкилдәренә, был тәңгәлдәге тәжрибә менән уртаҡлашыу мөмкинлеге биреүе менән әһәмиәтле. Бөгөн беҙҙең өсөн нимәләр мөһим? Дөрөҫөн әйткәндә, миңә ҡайһы берҙә замана балалары йәл кеүек. Юҡ, мин уларҙы кәмләмәйем, киреһенсә, йәш быуын беҙгә ҡарағанда яҡшыраҡ, үҫешкәнерәк. Әммә улар өҫтөнә мәғлүмәт ағымы ябырыла һәм ул агрессив.
Балалар виртуаль донъяла йәшәй, һөҙөмтәлә ғаиләне бөтөн иткән ҡиммәттәр юғала. Бөгөн балаларыбыҙҙың күңелен яулау һөжүме бара, – тип билдәләне төбәк етәксеһе.
Ул шулай уҡ бала мәнфәғәттәрен яҡлауға арналған мөһим сарала белем биреү барышындағы көсөргәнешлекте кәметеү, йәш быуындың сәләмәтлеге, мәктәптә туҡланыуы, тыуымды арттырыу, һаулығы йәһәтенән үҙенсәлекле балаларҙың көнитмеше тураһында ла һөҙөмтәле һөйләшеүҙәр алып барырға саҡырҙы.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.