13 – 15 майҙа Туймазы ҡалаһының 7-се мәктәбе уҡытыусылары, уҡыусылары һәм бер төркөм ата-әсәләр илдең баш ҡалаһында үткән Уҡыусыларҙың фәнни берекмәләренең милли чемпионатында һәм Бөтә Рәсәй ғилми-тикшеренеү конференцияһында ҡатнашҡан.
Мәртәбәле сараға илдең 30 төбәгенән 500-ҙән ашыу педагог һәм уҡыусы килгән. Конференция һөҙөмтәләре буйынса, Туймазының 24 йәш тикшеренеүсеһе еңеүсе һәм призер булған. Мәктәп командаһы “Конструктор бюроһы” иҡтисади уйынында лидер булһа, “Фәнни марафон” уйынында призлы урын яулаған.
Фото tuimazy.bashkortostan.ru сайтынан.