Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
18 Май 2019, 14:11

Уҡыусылар ҙа ихлас ҡатнашты

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Республика башҡорт гимназия-интернаты йыл һайын башҡорт теленән диктант яҙыу сараһында әүҙем ҡатнаша.

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Республика башҡорт гимназия-интернаты йыл һайын башҡорт теленән диктант яҙыу сараһында әүҙем ҡатнаша.
Быйыл белем усағының 8-се класында уҡыған ҡыҙҙар һәм егеттәр диктант яҙыу урыны итеп Башҡорт дәүләт университетын һайлаған. Гимназия уҡыусыһы Ильяс Мостафин (фотола) башҡорт теленә һөйөү уятҡаны һәм төплө белем биргәне өсөн уҡытыусыһы Римма Тимербулатоваға оло рәхмәтле.


Ғөмүмән, сара барышында Башҡорт дәүләт университетында йылы милли мөхит хөкөм һөрҙө. Уҡыу йортоноң фойеһында күргәҙмәләр эшләне, китаптар һәм башҡорт сувенирҙары менән сауҙа итеү ойошторолдо.


Автор фотоһы.
Читайте нас: