“Тел практикаһы оҙаҡ ваҡыт булмай тороуға ҡарамаҫтан, Радий Фәрит улы диктантты насар яҙмаған. Ул бер нисә урында орфографик хата ебәргән – бындай төр хата, дөйөм алғанда, сарала ҡатнашҡандарҙың күбеһендә осрай, – тип хәбәр итте Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд директоры Гөлназ Йосопова. – Эш һөҙөмтәһенә ярашлы “бишле” алғандар лайыҡлы ғорурланыр, “өслө”гә яҙғандар өсөн яңы ынтылыш тыуыр тигән ышаныстабыҙ. Әйткәндәй, хаталарҙы төҙәтеү мөмкинлеге һәр кемдә бар: халыҡ-ара диктант йыл да ойоштороласаҡ. Әҙерлек өсөн ваҡыт бар”.