Сибай ҡалаһының Төҙөлөш һәм сервис колледжы студенттары “ВорлдСкилс Рәсәй” Бөтә Рәсәй эшсе һөнәрҙәр чемпионатында Башҡортостан данын яҡлай. Ярыштар 20 – 24 майҙа Ҡазан ҡалаһында үтәсәк.
Уҡыу йорто Ворлд Скилс хәрәкәтенә 2016 йылдан ҡушылған. Ошо ваҡыт эсендә ул үҙе чемпионаттың төбәк этабын уҙғарыу майҙансыҡтарының береһенә әйләнде, абруйлы конкурста ҡатнашыу өсөн һөнәри база булдырылды. Әле колледжда был ярыштың ете йүнәлеше үҫтерелә.
Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжы директоры урынбаҫары Ирина Плотникова әйтеүенсә, студенттар чемпионаттың төрлө компетенциялары буйынса уңышлы сығыш яһап, еңеү яулаған. Быйыл кирбес һалыу йүнәлеше лә үҙләштерелгән. Был йәһәттән мастеры һөнәре буйынса күрһәтмә имтихан тапшырыу өсөн мөмкинлектәр булдырылған, лицензия алынған.
Төбәк этабы еңеүсеһе Илнур Закиров торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мастеры һөнәрен үҙләштерә һәм киләсәктә архитектор булып күләмле проекттарҙа ҡатнашырға хыяллана. Бөтә Рәсәй ярышы егеткә яңы мөмкинлектәр аса. Илнур унда иң яҡшы таш эшкәртеүсе номинацияһында көсөн һынап ҡараясаҡ.
“Чемпионатҡа октябрҙән бирле әҙерләнәм, ныҡ тулҡынланам, – ти егет. – Киләсәктә таштарҙы архитектур эшкәртеү менән шөғөлләнергә, хатта Парижда янған Соборҙы тергеҙеүҙә ҡатнашырға теләгем ҙур”.
Чемпионаттың юғары стандарттарына яуап биргән һөнәри базанан тыш, колледжда мәктәп уҡыусыларына һөнәр һайлауға йүнәлтелгән “Юниор Скилс” программаһы ла үҙләштерелә. Ҡалалағы 9-сы лицейҙың 9-сы класс уҡыусыһы Зарина Арғынбаева – “Маляр һәм декоратив эштәр” төбәк этабы еңеүсеһе. Ҡыҙ Ҡазанда үтәсәк чемпионатта ниндәй һүрәт эшләйәсәген әлегә белмәһә лә, өйгә эш этабын үтәүгә ныҡлы әҙерләнә. Был ярышта ул ҡурай һәм башҡорт балы кәрәҙҙәренән торған милли композицияһын сәғәт ярым эсендә төшөрөргә тейеш.
Зарина Арғынбаева Луиза Тажетдинова етәкселегендә декабрь айынан етди шөғөлләнә. Шулай уҡ уға тиҙҙән дәүләт имтихандарын тапшырыу бурысы ла тора. Зарина өс йәштән “Гөлдәр” халыҡ бейеү ансамблендә шөғөлләнә. Киләсәктә архитектор, дизайнер булырға хыяллана.
Сибайҙың буласаҡ эшсе һөнәрҙәре оҫталары Зарина менән Илнурға уңыштар теләйбеҙ!