Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
20 Май 2019, 23:25

Урал рухы йәшәй күңелдәрҙә!

Халҡыбыҙҙың мәшһүр әҫәре “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр конкурсы хәҙер, билдәле булыуынса, мәктәпкәсә учреждениеларҙа ла үтә.

Фото: З. Мусина.
Фото: З. Мусина.
Халҡыбыҙҙың мәшһүр әҫәре “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр конкурсы хәҙер, билдәле булыуынса, мәктәпкәсә учреждениеларҙа ла үтә.


Күптән түгел Йылайыр ауылының “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһында йәш сәсәндәр бәйгеһе уҙҙы.


Конкурста райондың 12 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһынан 34 йәш бәйгесе ҡатнашты. Бәләкәй булыуҙарына ҡарамаҫтан, уларҙың әҫәрҙе шул тиклем ихлас башҡарыуына, сәхнәлә үҙҙәрен иркен тотоуына баһалама ағзалары ла, ата-әсәләр ҙә хайран ҡалды.


“Урал батыр” эпосына хас тегелгән костюмдар ҙа, сәхнә лә, кескәй артистар ҙа шәп ине. Халҡыбыҙҙың аҫыл ҡомартҡыһын аңлау, өйрәнеү өсөн йәш айырмаһы ла, милләт сикләүе лә юҡ: йәшәйешкә, изгелек менән яҡшылыҡҡа дан йырлаған әҫәр һәр йәштә лә ихлас ҡабул ителә һәм теләп өйрәнелә.
Эпостан өҙөктө сәхнәләштереү буйынса беренсе урынды Юлдыбай ауылының “Ләйсән” балалар баҡсаһы алды. Яңғыҙ ятлағандар араһынан “Иң бәләкәй башҡарыусы” номинацияһында еңеүгә өс йәшлек Нуриман Таһиров (Һабыр ауылы) лайыҡ булды. Был йәһәттән беренсе урында – Арыҫлан Әптеков (Матрай ауылы), икенселә – Йылайырҙан Семён Серков, өсөнсө баҫҡысты иһә Самат Вәлиев (Йылайыр), Дарья Воголова (Йылайыр) менән Латифа Байегетова (Яманһаҙ) бүлеште.
Балалар эпосты башҡорт һәм рус телдәрендә һөйләне, иң күп ятланған юл күләме – 300.
Кем белә, бәлки тап ошо кескәй сәсәндәр тиҙҙән “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәрҙең республика конкурсында ла призлы урындар яулар. Ә был яҡтан Йылайыр уҡыусылары бер ҡасан да һынатҡаны юҡ.
Читайте нас: