Баймаҡ район үҙәк китапханаһының планына ярашлы, йыл һайын ошо төбәктән сыҡҡан әҙиптәрҙең ижадын пропагандалау аҙналығы үтә.
Сара барышында һәр ауыл китапханаһында яҡташ шағир-яҙыусыларҙың ижады өйрәнелә, уларҙың әҫәрҙәренән өҙөктәр сәхнәләштерелә, китап уҡыусылар конференциялары, шиғыр һөйләү конкурстары ойошторола.
Күсей ауылы – әҙәбиәтебеҙгә ике халыҡ әҙибе биргән бәрәкәтле ер. Бында Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев һәм халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова тыуып үҫкән. Күсейҙәр үҙҙәренең ауылдаштары менән сикһеҙ ғорурлана, уларҙың ижадын һәр саҡ яратып өйрәнә.
Ауыл китапханасыһы Вилиә Латипова етәкселегендәге ҡурсаҡ театры артистары Таңсулпан Ғарипованың “Сысҡансыҡ менән Сысҡансуҡ мажаралары” әкиәтен балалар баҡсаһында сәхнәләштереп, кескәйҙәрҙе ҡыуандырҙы.
Күптән түгел шулай уҡ шағир Абдулхаҡ Игебаевтың ижады буйынса бик матур сара үтте, унда балалар әҙиптең шиғырҙарын яттан һөйләне.