Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
21 Май 2019, 13:49

Мөғәллим ул ҡояш кеүек

Йөҙҙәренән нур сәселгән ҡыҙ һәм егеттәргә дәрес биреү – үҙе бәхет.

Йөҙҙәренән нур сәселгән ҡыҙ һәм егеттәргә дәрес биреү – үҙе бәхет.


“Һеҙгә иптәштәрегеҙҙең ниндәй сифаты оҡшай?” тигән һорауҙы бирҙе класс сәғәтендә уҡытыусы. Артығын өндәшмәне, һәр кемгә үҙ алдына уйланырға урын ҡалдырҙы. Әҙгә генә тынлыҡ урынлашты, һәр кем үҙ вариантын әйтте. Дәрескә нисә кеше килһә, шунса яуап ишетелде.
Мөғәллимә тулы яуап биргәндәре, нилектән нәҡ шул сифаттарын ихтирам иткәндәрен иҫбатлағаны өсөн барыһына ла рәхмәтен еткерҙе, артабан да үҙ фекерегеҙ булһын, тип матур теләген дә белдерҙе. “Мәктәп – бәләкәй дәүләт, бында һеҙҙе изгелеккә генә өйрәтәләр, бер-берегеҙгә ҡарата ихласлыҡ, яҡшы мөнәсәбәт ғүмер буйы күңелегеҙҙә һаҡланасаҡ һәм оҙатып йөрөйәсәк”, – тине ул.
Өфө ҡалаһының 103-сө мәктәбенән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөлфиә ИҪӘНБАЕВА бына ошо рәүешле тормош һабаҡтары бирә. Уның менән әңгәмәбеҙ педагогтың фиғеле, тәрбиә мәсьәләләре хаҡында булыр.
– Быйыл “Ос” мәктәп белеменең беренсе форумында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров аҙна­һына биш көнлөк уҡытыуға күсеүҙе тәҡдим итте. Ул яҡлау тапты, дүр­тенсе сиректән ҡайһы бер мәктәптәр биш көнлөк уҡыу алымына күсте, ә башҡалар иһә 1 сентябрҙән шулай уҡый башлаясаҡ.

– Биш көнлөк уҡытыу системаһы илдең күп төбәгендә ҡулланыла. Мин эшләгән 103-сө урта мәктәптә быға ҡыҙыу әҙерлек бара, 1 сентябрҙән башларға уйлайбыҙ.
Бындай уҡыу тәртибенә күсеү балалар һәм ата-әсәләр генә түгел, ә уҡытыусылар өсөн дә уңайлы. Беренсенән, заманға ярашлы дәрес үткәрер өсөн төрлө технологияларҙы өйрәнергә, яңыса уҡытыу алымдарын, ысулдарын үҙләштерергә, күргәҙмә әсбаптар әҙерләргә кәрәк. Икенсенән, өйҙә лә күнекмәләрҙе эшләп өлгөрөү, ял итеп алыуҙы ла онотмайыҡ. Ял тигәндән, беҙ уға ғаиләбеҙҙә ҙур әһәмиәт бирәбеҙ, айырыуса тәбиғәт ҡосағына сығырға ашҡынып торабыҙ.


– “Башҡортостандың баш ҡала­һы башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2019” һөнәри оҫта­лыҡ конкурсында “Педагогик өмөт” номинацияһында һеҙгә етеүсе табылманы. Бәйгенән ниндәй уйҙар менән ҡайттығыҙ?

– Конкурс күңелдә яҡшы, йылы, ыңғай тәьҫораттар ғына ҡалдырҙы. Бәйге дәртләндерҙе, һөнәри үҫешкә этәрҙе. Яңы әхирәттәр таптым, дәрес өсөн дә, тормош көтөр өсөн дә яҡшы фекерҙәр ишеттем. Һәр кем бындай абруйлы бәйгелә үҙенең көсөн һынап ҡараһын ине.


– Әгәр ҙә тормош таҫмаһын яңы­нан һүтә башлау мөмкинлеге бирелһә, ниндәй һөнәрҙе һайлар инегеҙ?

– Бөгөн дә уҡытыусылыҡты башҡа бер һөнәргә лә алмаштырмаҫ инем. Яратҡан эшемә йүгереп тигәндәй килеүҙе бер нәмә менән дә сағыштыра алмайым. Уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһы­ныу­санлығы, төрлө һорауҙар биреүе оҡшай, хәҙерге заман балалары шулай булырға тейеш тә. Йөҙҙәренән нур сәселгән ҡыҙ һәм егеттәрҙең моң тулы күҙҙәренә ҡарап дәрес аңлатыу, улар менән аралашыу – минең өсөн үҙе бер бәхет.


– Зөлфиә Хәлит ҡыҙы, уҡытыусы һөнәрен һайларға берәйһе йүнәлеш биргәндер, моғайын. Ғөмүмән, был донъяла һеҙ кемдәргә рәхмәт әйтәһегеҙ?

– Уҡытыусы һөнәренә мөхәббәт иң беренсе сиратта ғаиләлә тәрбиәләнде. Әлбиттә, һөйөклө әсәйемдең кәңәшенә таяндым. Тәүәкәс урта мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлаған ғәзиз кешем әле һаман үҙ һөнәренә тоғро. Шулай уҡ был йәһәттән уҡытыусыларымдың да әһәмиәте ҙур булғандыр. Ғөмүмән, атай-әсәйемә, яҡындарыма, колле­галарға, БДПУ-ның башҡорт фило­логияһы факультетына сикһеҙ рәх­мәтемде белдерәм.
– Дәрес барышында төрлө көл­көлө хәлдәр ҙә осрай. Нисек унан сығыу юлдарын табаһығыҙ?

– Ундай минуттар, йыш осрамаһа ла, булғылай: тап шул саҡта сетерекле хәл-ваҡиғанан сыға белеү, уҡыусылар алдында үҙеңде ышаныслы тотоу ярҙам итә. Ораторлыҡ оҫталығын ниңә ҡулланмаҫҡа? Арҙаҡлы нәфис һүҙ оҫталары Перикл, Цицерон, Лисий, Демосфен, Аристотелдән беҙ кәмме ни?! Бөтә класты үҙеңә ҡаратыу өсөн күп тә кәрәкмәй инде. Хатта дәресте уйынға бороп ебәреү ҙә отошло.


– Уҡытыусы һәр йәһәттән дә өлгө һанала. Ыҫпай кейем, йыйнаҡ­лыҡ, көләс йөҙ, хатта күңелең болоҡһоғанда ла. Мәктәптә коллектив, бигерәк тә балалар алдында төшөнкөлөккә бирелергә ярамай, һиндә һәр саҡ кәйеф күтәренкелеге сағылырға тейеш. Ошо фекер менән килешәһегеҙме?

– Әсәйемдең мөғәллимде ҡояшҡа тиңләүе күпте һөйләй, унда барыһы ла әйтелгән. Ошо һүҙҙәргә өҫтәп ни әйтәһең инде?!


– Башҡорт телен балалар теләп өйрәнәме?

– Туған телде балалар ихлас өйрәнә. Башҡорт телен яҡшы белгән һәм насар аңлаған уҡыусылар бар. Был иһә үҙенсәлекле уҡытыуҙы талап итә. Ундайҙар менән уйын форма­һында эш итәм, бындай алым һәр йәһәттән дә отошло. Мәҫәлән, “әсәйем икмәк баҫҡанда, мин ярҙамға ашығам, үҫкәс бешерермен мин дә, хәҙер өйрәнеп алам” тип көйләп алам.


– Үҙегеҙ тураһында ла һөйләп үтегеҙ әле. Ҡайҙа тыуып үҫтегеҙ, юғары белемде ниндәй уҡыу йортонда алдығыҙ? Ғаилә хәлегеҙ хаҡында ла гәзит уҡыусыларҙың белгеһе киләлер...

– Архангел районының Тәүәкәс ауылында тыуып үҫтем, ул йәмле Инйәргә һыйынып ултыра. Балаларға һөйөүем М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетына алып килде. Уны тамамлағас, Архангел районы хакимиәтенә эшкә урынлаштым. Ярты йылдан һуң, Өфө ҡалаһына күсеү сәбәпле, унан китергә тура килде.
Читайте нас: