Башҡортостан мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин һөйләүенсә, республикабыҙ етәкселеге "балалар – беҙҙең киләсәк" тигән принципҡа тоғро, абитуриент Башҡортостаныбыҙҙың юғары уҡыу йортон һайлаһын өсөн ҡулдан килгәндең барыһы ла бойомға ашырыла.
– Кейем тегеү, сигеү кеүек ҡул эштәренә бәләкәйҙән өйрәндем, VI класта уҡығанда төрлө бәйгеләрҙә ҡатнаша башланым, – ти мәктәп уҡыусыларының Бөтә Рәсәй олимпиадаһы призеры, Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһының X класc уҡыусыһы Әминә Шафиҡова. – Туғандарым маҡтап, уҡытыусыларым күңелде күтәреп торғанда һәр эшкә дәртләнеп тотонам, унан инде уңыш та оҙаҡ көттөрмәй. Технология дәресен ҡалдырмаҫҡа тырышам, фантазияны эшкә еккәндә, туҡымаларҙан әллә ниндәй мөғжизәләр тыуҙырырға мөмкин.