Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
21 Май 2019, 19:04

“Йәшел зона”ға инеп булырмы?

“Берҙәм Рәсәй” партияһы рәйесе Дмитрий Медведевтың төбәк йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә аудиоселектор кәңәшмә үтте. Ул Берҙәм дәүләт имтиханы һәм балаларҙың йәйге ялын ойоштороу мәсьәләләренә арналды.

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Эльвира Айытҡолова, имтихандарға һанаулы ғына көндәр ҡалыуын әйтеп, мөһим сараға әҙерлек ҡыҙыу бара, уны уңышлы уҙғарып, “йәшел зона”ға инеү өсөн республикабыҙға ярайһы тырышырға кәрәк, тип белдерҙе.

– Быйыл IX кластар Төп дәүләт имтиханын бирәсәк, тәүгеһе 24 майға тәғәйенләнгән. Бөтәһе 300 урында 42 меңдән ашыу егет һәм ҡыҙ имтихан тапшырасаҡ, – тип хәбәр итте Башҡортостандың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин.

Берҙәм дәүләт имтиханын иһә XI кластар 27 майҙа тапшыра башлаясаҡ. Бының өсөн 20 меңгә яҡын уҡыусыға 100 һынау тотоу пункты алдан хәстәрләнгән.

Фото: Илдар Аҡъюлов.
Читайте нас: