Тиҙҙән ҡыҙыу осор – Берҙәм дәүләт имтиханы башлана. Географияны һәм әҙәбиәтте һайлаған ҡыҙҙар, егеттәр беренсе һынауҙы дүшәмбе, 27 майҙа, тапшырасаҡ, ә ике көндән, йәғни 29 майҙа, математиканан (база һәм профиль кимәле) имтихан тотасаҡтар. Артабан теҙмәлә – тарих һәм химия (31 май), рус теле (3 июнь). 5 июндә – физика һәм сит телдәрҙән, ә 7, 8 июндә – сит телдәрҙән имтихан, 10 июндә – йәмғиәт белеме, 13 июндә – биология, информатика һәм мәғлүмәт-коммуникация технологиялары.