Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
22 Май 2019, 18:46

Уҡыу йорттары хеҙмәттәшлек итә

Ошо көндәрҙә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты делегацияһы Үзбәкстанға сәфәр барышында урындағы башҡорт-татар йәмғиәте әүҙемселәре менән осрашты, Республика интернациональ мәҙәни үҙәге инфраструктураһы, Сит илдәр менән дуҫлыҡ берләшмәләре советы эшмәкәрлеге менән танышты.

Делегация вәкилдәре Мукимий исемендәге Коканд дәүләт педагогия институтында факультеттарҙа булды, ғилми-тикшеренеү лабораториялары эшмәкәрлеген өйрәнде, Башҡорт дәүләт педагогия университеты ғалимдарының ҡаҙаныштары менән таныштырҙы. Дефектология, рус теле һәм әҙәбиәте буйынса тормошҡа ашырылған программалар Үзбәкстан вәкилдәрендә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.

Ике төбәктең юҡыу йорттары араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Фото: БДПУ.
Читайте нас: