Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
24 Май 2019, 13:59

“Беҙ донъяның ҡояшлы яғында йәшәйбеҙ...”

Ауылда мәҙәни усаҡ сығанағы улар.

Ауылда мәҙәни усаҡ сығанағы улар.


Хәйбулла районының үҙәкләштерелгән китапханалар селтәре тураһында йыш ишетәбеҙ. Был өлкәлә эшләүселәр яҙыусылар менән осрашыуҙар, уларҙың ҡәҙер һәм хәтер кисәләрен үткәреүе, “Китапхана төнө”, “Уҡымлы китап”, “Иң күп китап уҡыусы автор” кеүек төрлө кисәләр ойоштороуы, үҙҙәренең дә райондың мәҙәни тормошонда ҡайнап йәшәүе, халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам күрһәтеүе менән китап уҡыусылар араһында ғына түгел, тотош төбәк кимәлендә ҙур ихтирам яулай.
Китапханасылар көнө алдынан райондың үҙәкләштерелгән китапханалар селтәре директоры, талапсан етәксе, үҙ эшенең оҫтаһы Аксана Сынбулатоваға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.


– Аксана Хәлим ҡыҙы, һөнәри байра­мығыҙҙы ниндәй кәйефтә ҡаршылай­һығыҙ?

– Кешеләрҙе аң-белемгә өндә­гән, ки­тапҡа һөйөү уятҡан, халыҡ­ты тәрбиәләгән һөнәр эйәләре байрамының тәбиғәттең илаһи сағына тура килеүендә бер хик­мәт барҙыр, моғайын. Уны күтә­ренке кәйефтә ҡаршылайбыҙ, сөнки, Башҡортостандың ха­лыҡ шағиры Мостай Кәрим яҙғанса, беҙ, китапханасылар, “донъяның ҡояшлы яғында йәшәйбеҙ”. Ха­лыҡ­ҡа яҡты нур, ма­турлыҡ өлә­шәбеҙ, уларҙы художестволы, юғары зауыҡлы әҫәрҙәр ярҙа­мында тәрбиәләүгә үҙ өлөшө­бөҙ­ҙө индерәбеҙ, ауыр саҡтарында беҙҙән алған китаптар уларҙы ҡанатландыра, яңыса йәшәргә өйрәтә, тормошта үҙ-үҙҙәрен табырға ярҙам итә.
– Район китапханалар селтәре хаҡында яҡындан таныштырып үтһәгеҙ ине.

– Районда 28 китапхана бар, шуларҙың бишәүһе – моделле. Китапхана селтәрендә бөтәһе 42 хеҙмәткәр эшләй, уларҙың күбеһе махсус белемле, юғары уҡыу йортон тамамлаған. Фондта 525 мең­гә яҡын дана баҫма бар. Үткән йыл­­да 20 мең 424 кеше беҙҙең хеҙ­мәт менән файҙа­ланған. Сайты­быҙҙы 21 мең 900 кеше ҡараған, ундағы кәрәкле мәғлү­мәттәр менән бүлешкән.
Китапхана һәр саҡ мәҙәниәт усағы булып ҡала. Кәрәк икән, хеҙмәткәрҙәребеҙ өйҙәргә йөрөп әсбаптар тарата, былтыр 39 китап биреү нөктәһе ойошторолдо, ваҡытлы матбуғатты даими алдырырға тырышабыҙ.
– Ауыл китапханалары эш­мә­кәр­легенә лә туҡталып китәйек әле...

– Ҡайһы бер ауылдарҙа, биге­рәк тә төпкөлдәрҙә улар ауылдың төп социаль йөҙөн билдәләй. Әгәр унда ишек асыҡ икән, тимәк, был төйәктең киләсәге өмөтлө. Заманалар үҙгәреү менән китап­хананың да тәғәйенләнеше бер аҙ үҙгәреш кисерҙе. Бөгөн ха­лыҡ­ҡа китап тоттороп ҡына ҡал­майбыҙ, ә мәғлүмәт һәм тәрбиә үҙәгенә әүерелә барабыҙ. Беҙҙең эшмәкәрлек халыҡты рухи яҡтан байытыуҙы, төрлө мәҙәни саралар ярҙамында, иң изге тойғолар уятып, кеше күңелендә матурлыҡ, изгелек, мәрхәмәтлелек кеүек сифаттар тәрбиәләүҙе күҙ уңында тота.
Һуңғы йылдарҙа һәр ауыл ки­тапханаһында брендлы кисә­ләр, байрамдар үткәреү матур тра­дицияға әйләнде. Мәҫә­лән, Иләс ауыл китапханаһында “Шәлъ­яулығым – йөҙ байлығым” исемле әҙәби журнал, Атингәндә – “Ғаи­ләнең ныҡлығы тамырынан беле­нә” тигән әҙәби-музыкаль кисә, Вәлиттә игенселәр династияһына дан йырлаған “Ергә һөйөү улар йөрәгендә” исемле тематик кисә булһынмы – һәр сарала ауыл халҡының йәшәйешенә, булмышына бәйле ерле мәғлүмәттәр ҡулланыла, урындағы геройҙар саҡырыла.
– Һеҙҙең етәкселектәге ра­йон ки­тапханаһында ойошто­рол­ған кисә­ләр, әҙәби осра­шыуҙар, төрлө конкурс­тарҙың да тәрбиәүи әһәмиәте иҫ киткес ҙур бит...

– Ысынлап та, беҙ коллекти­выбыҙ менән башҡарған эшебеҙ­ҙең тәрбиәүи яғына ныҡ иғтибар бирергә тырышабыҙ. Яҡташ яҙыусыларҙың ижадын пропагандалау һәм йәш быуынға еткереү маҡсатында һәр ауыл китапханаһында “Уҡыу автобусы” акцияһы үтә. Шулай уҡ “Әҙәби йондоҙҙар балҡышы” автоуҙы­шын да китап уҡыусылар һәр саҡ көтөп ала.
Әҙәби маршрут бер нисә ауыл аша үтә, һәр урында флэшмоб, театрлаштырылған тамаша, әҙәби-музыкаль композиция, китаптар күргәҙмәһе кеүек саралар ойошторола. Рулгә китапханасы ҡатын-ҡыҙҙарҙың үҙҙә­ренең ултырыуы автоуҙыштың мәртәбәһен арттыра, халыҡ араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.
Ғаилә йылында районда тәүге тапҡыр “Рух яҙыуы” телевизион конкурсы үтте. Унда шиғриәтте яратҡан, һүҙ ҡәҙерен белгән райондаштарҙың күп булыуы хайран итте. Артабан да был юҫыҡта эште дауам итеү кәрәклеген аңланыҡ.

Шулай уҡ өсөнсө йыл рәттән Бүребайҙа Металлургтар көнөндә таусыларҙың балалары өсөн “Уҡыйбыҙ, уйнайбыҙ, ваҡытты файҙалы үткәрәбеҙ!” тип аталған ҙур сара ойошторола. Китапханасылар әкиәт геройҙары ролен­дә сағыу һәм ҡыҙыҡлы тамаша бүләк итә. Ошондай уҡ тәрбиәүи саралар Йәнтеш ауылы янында урын­лашҡан “Һаҡмар” балалар шифахана­һында даими үтә. Ә инде “Китапхана төнө” тураһында хәҙер әйтеп тороуҙың да кәрәге юҡтыр. Уны ауылда ла, район үҙәгендә лә һәр саҡ көтөп алалар. Тап ошондай кисәләр, осрашыу­ҙар, конкурстар – халыҡ менән аралашыуҙың иң матур үрнәк­тә­ренең береһе. Китап уҡыусы­ларҙы төрлө юлдар менән йәлеп итәбеҙ.
– Әйткәндәй, һуңғы ваҡытта халыҡ китап уҡымай тигән һүҙҙәр йыш ишетелә...

– Бының менән бөтөнләй риза түгелмен. Тормошобоҙға килеп ингән компьютер, планшет, интернет китаптарҙы ҡыҫырыҡлап сығарҙы, тип әйтергә яратыусылар табылһа ла, китапхана хеҙ­мәт­кәре һәм уның етәксеһе бу­лараҡ, халыҡтың нәфис әҙәбиәткә булған ҡыҙыҡһыныуы һәм ихтыяжы юғалмаған тип ышаныслы әйтә алам. Яҡшы әҫәр эҙләп халыҡ китапханаға үҙе килә. Әлбиттә, һуңғы ваҡытта кемдер электрон китапты үҙ итә, әммә уның үҙенең сикләнгән аудито­рияһы бар тип әйтергә мөмкин. Күпселек ҡағыҙ еҫе аңҡып торған, ҡулда тотоп уҡырлыҡ үтемле, сифатлы тауарға өҫтөнлөк бирә. Тик китап уҡыусыларҙың ихтыяжын ҡәнәғәтлән­дергән әҫәрҙәрҙең булыуы төп шарт.
– Китап уҡып үҫкән оло бы­уындың унһыҙ йәшәй алмауы билдәле. Ә бына ҡулдарынан телефон төшөрмәгән йәш быуын вәкилдәре менән эш нисек тора? Улар менән бәйләнеш бармы?

– Киләсәк быуын бала саҡтан уҡ рухи аҙыҡ алып үҫһен, нәфис әҙәбиәт менән дуҫ булһын, заман менән бергә атлаһын өсөн тарих­ты ла, халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен дә, донъя һәм сит илдәр әҙәбиә­тен дә белеү кәрәклеген төшөн­дөрөргә тырыша­быҙ. Әҙәбиәткә ғашиҡ, матурлыҡты аңла­ған уҡыусы күңелендә яманлыҡҡа урын ҡалмауына иманым камил. Һәр китапханала балаларҙы йә­леп итерлек әҫәрҙәр етәрлек, хеҙмәткәрҙәр был тәңгәлдә маҡ­сатлы эш алып бара. Мәктәптәрҙә “Китапхана дәрестәре”, төрлө тематик кисәләр ойошторола, түңәрәктәр эшләй.
– Һөнәри байрамығыҙ уңайынан хеҙмәттәштәрегеҙгә әйтер теләктәрегеҙ барҙыр?

– Китаптар донъяһына хеҙмәт итергә яҙған икән, халыҡты аң-бе­лемгә өндәп, уҡыусыла­рыбыҙ­ҙа матурлыҡҡа һөйөү тәрбиә­ләй­беҙ икән, үҙебеҙ ҙә юғары мә­ҙә­ниәтле, зауыҡлы, ихтирамлы бу­лыр­ға тейешбеҙ. Эшебеҙ, бул­мы­шыбыҙ менән барыһына ла өлгө булайыҡ, ҡәҙерле хеҙмәт­тәштәр.


Хәйбулла районы.
Читайте нас: