Бер аҙ моңһоу һымаҡ тойолһа ла, барыбер “Һуңғы ҡыңғырау” байрамының үҙ йәме, үҙ ҡеүәте, үҙ моңо бар. Ул, әйтерһең, киләсәккә фатиха биргән ауаз! Ул, әйтерһең, яҡты көндәргә асылған ишек! Ул, әйтерһең, хыялдарҙы ысын итер маҡсаттарҙың ҡанатланған мәле!
Быйыл беҙҙең коллегаларыбыҙ, журналистар Гөлдәр Яҡшығолованың ҡыҙы Зөбәржәт – Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһын, ә Илдар Аҡъюловтың ҡыҙы Шәүрә Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатын тамамлай. Беҙҙең ҡәҙерле ҡыҙҙарыбыҙға тормоштарында бары тик яҡшы кешеләр осрауын, яңы юлдары тик аҡ булыуын теләйбеҙ!