Филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Эрнст Фәйзрахман улы Ишбирҙин 84-се йәшендә арабыҙҙан китте.
Ул 1934 йылдың 20 декабрендә Баймаҡ районының Ишбирҙе Руднигы ҡасабаһында тыуған. 1963 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, 1963 – 1966 йылдарҙа – Баймаҡ мәктәп-интернатында, 1970 – 1976 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында уҡыта. СССР Фәндәр академияһы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре була, 1988 йылдан – бүлек мөдире. 2000 йылдан башлап Башҡорт дәүләт университетында уҡыта.
Эрнст Ишбирҙиндең фәнни-тикшеренеү эштәре башҡорт әҙәби теле тарихына, башҡорт теле лексикаһына, шулай уҡ диалектология мәсьәләләренә арналған. Ул – 150-нән ашыу ғилми хеҙмәт авторы.
Баймаҡтың аҫыл улдарының береһе, күренекле ғалим һәм тел белгесе халҡыбыҙ күңелендә мәңге йәшәр. Бәхил булығыҙ, Эрнст Фәйзрахман улы...