Ҡазанда “Йәш профессионалдар” WorldSkills Russi чемпионаты тамамланды.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостан йыйылма командаһы составында 64 конкурсант 27 компетенция буйынса көс һынашты. Еңеүселәр араһында беҙҙең яҡташтарҙың булыуы айырыуса һөйөнөслө, уларҙы бүләкләү тантанаһы “Ҡазан Экспо” халыҡ-ара күргәҙмә үҙәгендә үтте.
Башҡортостан йәштәре өс алтын, биш көмөш һәм бронза миҙалға лайыҡ булды, дөйөм иҫәптә етенсе урынды яуланы.
Нефтекама нефть колледжынан Павел Шитов – “Электромонтаж”, Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжынан Дмитрий Авдикеев “Веб дизайн һәм эшкәртеү” йүнәлештәрендә алтын миҙалға лайыҡ булды.
“Дизайн графикаһы” компетенцияһы буйынса Анна Донская 515 мәрәй йыйып, үҙенең һөнәри оҫталығын күрһәтте. Шулай уҡ Сибай Төҙөлөш һәм сервис колледжы студенты Илнур Закиров “Ташты архитектур эшкәртеү” йәһәтенән бронза миҙалға лайыҡ булды.
Башҡортостан командаһы һөнәри оҫталыҡ буйынса WorldSkills донъя чемпионатында ҡатнашасаҡ. Ул августа Ҡазанда үтә, ярышта 60-дан ашыу илдән 1600-гә яҡын йәш белгестең көс һынашыуы көтөлә.