Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
25 Май 2019, 00:33

Талҡан тартты "Айгөл"дәр

Йәш быуынға халҡыбыҙҙың боронғо йолаларын, кәсеп-шөғөлдәрен өйрәтеү, әҙәп-әхлаҡ нигеҙҙәрен еткереү маҡсатында ағинәйҙәр бихисап эш башҡара.

Фото: Көнһылыу Ҡоланбаева.
Фото: Көнһылыу Ҡоланбаева.
Йәш быуынға халҡыбыҙҙың боронғо йолаларын, кәсеп-шөғөлдәрен өйрәтеү, әҙәп-әхлаҡ нигеҙҙәрен еткереү маҡсатында ағинәйҙәр бихисап эш башҡара.
Хәйбулла районының Степной ауылы мәҙәниәт йортонан Көнһылыу Ҡоланбаева етәкселегендәге ағинәйҙәр клубы ағзалары урындағы “Айгөл” балалар баҡсаһында ҡыҙыҡлы осрашыу үткәрҙе. Был юлы улар “Талҡан тартыу” йолаһын күрһәтеп, кескәйҙәрҙе ошо милли ризыҡ менән һыйланы.


Иң оло ағинәй Миңзифа Юнысова талҡандың килеп сығыу тарихы, шифаһы хаҡында һөйләне.
Нурия инәй Таһирова иһә ҡул тирмәнендә талҡан тартып күрһәтте. Ҡыҙыҡһыныусан балалар үҙҙәрен был эштә һынап ҡараны. Ағинәйҙәр үткәрелгән талҡандан тиҙ арала тәмлекәстәр яһап, кескәйҙәргә таратып бирҙе.
Матур сара йыр-моңға ла бай булды, милли ризығыбыҙға, игенселәргә бағышланған шиғыр юлдары менән үрелеп барҙы. Фатима Аҡылова, Әлимә Ҡәйепова, Яңылбикә Ҡунаҡасова сарала ҡатнашыусыларға күтәренке кәйеф бүләк итте. Быуындар күсәгилешлегенең күркәм өлгөһөнә әйләнгән байрамдан барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды.
Читайте нас: