Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
25 Май 2019, 22:12

"Яҙғы бал"дай сағыу булһын үтер юлдар!

Бөгөн Баймаҡтың үҙәк майҙанында беренсе тапҡыр “Яҙғы бал” үтте.

Бөгөн Баймаҡтың үҙәк майҙанында беренсе тапҡыр “Яҙғы бал” үтте.


Унда ҡала мәктәптәрен тамамлаған 159 ҡыҙ һәм егет ҡатнашты. Район буйынса алғанда, быйылғы сығарылыш уҡыусылары – 300.


Баймаҡ районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев йәштәрҙе тәбрикләп, уларға алда торған имтихандарҙы тапшырыуҙа уңыштар теләне.


“Киләсәгегеҙ яҡты булһын, туған мәктәбегеҙҙе, уҡытыусыларығыҙҙы онотмағыҙ. Артабан белем алып, районыбыҙға ҡайтыуығыҙҙы, кәрәкле һөнәр эйәләре булыуығыҙҙы теләйбеҙ. Аҡ юл һеҙгә, ҡәҙерле йәштәр!” – тине етәксе үҙ сығышында.


Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була тиһәләр ҙә, беренсе тапҡыр үтеүгә ҡарамаҫтан, “Яҙғы бал” бик матур килеп сыҡты, барыһына ла оҡшаны. Киләсәктә был байрам күркәм йолаға әйләнер, үҙ сафына ауыл мәктәптәрен тамамлаған уҡыусыларҙы ла алыр тигән ышаныстабыҙ.
Читайте нас: