Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа “Инженер белеме – киләсәк быуынға” тип аталған төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция үтте.
Унда Мәскәү, Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Белорет, Сибай ҡалалары, Әбйәлил, Ауырғазы, Йылайыр, Ейәнсура, Көйөргәҙе райондары, шулай уҡ Силәбе, Ырымбур өлкәләре вәкилдәре ҡатнашты.
Аҡъяр, Бүребай мәктәптәрендә, Аҡъяр тау колледжында, Балалар ижад йортонда фекер алышыу ойошторолдо, балалар баҡсаларында ла тематик майҙансыҡтар эшләне.
Район хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе Юлай Сиражетдинов һүҙҙәренсә, мәктәпкәсә йәштәге балалар төҙөү, программалау менән әүҙем шөғөлләнә. “Беҙҙә буласаҡ инженерҙар тәрбиәләнә, тип хаҡлы рәүештә әйтә алабыҙ. Урал аръяғы райондары араһында беренсе тапҡыр үткән техник фестивалдә быға йәнә бер инандыҡ”, – тине ул.