Өфөлә "Һаумы, һаумы әкиәт!" республика әкиәттәр бәйгеһенең гала-концерты башланды. Сарала һайлап алыу турҙарын үтеп, “иң-иңдәр” сафына ингән кескәй әкиәтселәр ҡатнаша.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: быйыл "Һаумы, һаумы әкиәт!" төбәк-ара кимәлгә күтәрелгән, унда Мәскәүҙән, Силәбенән, Татарстанстан да ҡатнашыусылар бар.
Бәйгелә йәмғеһе ете йөҙгә яҡын бала, алтмышлап фольклор коллективы үҙ көсөн һынап ҡараған.
"Һаумы, һаумы әкиәт!" гала-концертына мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа килгән. БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары Зәки Әлибаев, Гөлнур Ҡолһарина, Башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау буйынса фонд директоры Гөлназ Йосопова һәм башҡалар балаларҙың әкиәт һөйләгәндәрен ихлас күҙҙән үткәрә.
Тамаша М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры артистары сәхнәләштергән әкиәт менән үрелеп бара.
Әлегә баһалама ағзаларын Өфө ҡалаһы вәкилдәре алты йәшлек Рәсүл Ғабдрахманов, биш йәшлек Ҡадир Садыҡов, Кәрим Барлыбаев, һигеҙ йәшлек Мәҙинә Хәбибуллина оҫта һөйләүе, сағыу сығышы менән әсир итте. Һәләтле балаларҙың исемлеге бының менән генә сикләнмәй - ҡалғандар үҙ мөҙҙәтен көтә.