Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
31 Май 2019, 14:53

Әлфис Фәйзуллин: “Төп бурысыбыҙ – башҡорт мөхитен яҡлау, һаҡлау”

Ишембай башҡорттары ҡоролтайы республика Башлығының башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса грантын отҡан.

Ишембай башҡорттары ҡоролтайы республика Башлығының башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса грантын отҡан.


Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Ишембай районы башҡорттары ҡоролтайын бер-береһенән айырып ҡарау ауыр, был мөмкин дә түгел һымаҡ. Беренсенән, ҡоролтай эшендә белем усағы бик ҙур урын алып торһа, икенсенән, уларҙың икеһенә лә бер кеше етәкселек итә. Ул – Әлфис Ғаяз улы ФӘЙЗУЛЛИН. Шуға күрә, ике ҡуяндың ҡойроғон бер юлы тотоп, уның менән әңгәмәләшкән арала уҡыу йорто тормошона ла, йәмәғәт ойошмаһы яңылыҡтарына ла туҡталдыҡ.


Тарих беҙгә быны ғәфү итмәҫ


– Әлфис Ғаяз улы, әйҙәгеҙ әңгәмәбеҙҙе ҡоролтай эшмәкәрлегенән башлайыҡ. Ниндәй эштәр башҡарып йөрөгән көнөгөҙ?

– Йәмғиәтселек Ишембайҙа борондан әү­ҙем эшләй. Ишембай, Юрматы ере – шә­хес­тәргә бик бай төбәк. Районыбыҙҙа яҙыу­сы­ларҙың, шағирҙарҙың күп булыуы, арҙаҡ­лы тарихи шәхестәрҙең ошонан сығыуы ла бында бер ни тиклем роль уйнамай ҡалмайҙыр.


90-сы йылдарҙа иң ҙур маҡсатыбыҙ Ишембай ҡалаһында башҡорт гимназияһы менән башҡорт мәктәбен асыу ине. Тырыша торғас, быларҙың барыһына ла өлгәштек. Бөгөн гимназиябыҙҙың даны бар респуб­ликаға таралды. 8-се башҡорт мәктәбен асыу ҙа ваҡытында ҙур еңеү булды. Һуңынан үҙебеҙҙең сабыйҙар өсөн балалар баҡсаһы мәсьәләһе килеп тыуҙы. 2014 йылда был хыялыбыҙ ҙа тормошҡа ашты. Ә 10-сы мәктәптең беҙгә ҡушылыуын ҡоролтай менән район хакимиәтенең берлектәге уңышлы хеҙмәттәшлеге һөҙөмтәһе тип ҡабул итәбеҙ. Хәҙер беҙҙең ҡалала үҙ мөхитебеҙ бар. Был бик ҙур шатлыҡ һәм эш өсөн уңайлы.


– Ҡоролтай эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәрен нимәлә күрәһегеҙ?

– Төп эш – телде, иманды, ерҙе һаҡлау. Был төшөнсәләрҙең һәр ҡайһыныһы ла үтә мөһим. Тарихтан билдәле булыуынса, иман бөтһә, империялар юҡҡа сыҡҡан. Аҙғынлыҡ, рухһыҙлыҡ һәм башҡа яман күренештәр сәскә ата башлай. Беҙ был йәһәттән әүҙем эш алып барабыҙ. Әле Ишембайҙа мәсеткә нигеҙ һалына. Рухи яҡтан арҙаҡлы шәхе­себеҙ Әхмәтзәки Вәлидигә ҡалала һәйкәл ҡуйыуҙы оло бурыс тип иҫәпләйбеҙ.


Ер мәсьәләһе бигерәк тә ҡатмарлы. Ерҙәрҙе һаҡлауҙың законлы юлы бар – ул ТОС булдырыу. Әле районда дүртәү эшләп килә: Алаҡайҙа, Смаҡайҙа, Һайран һәм Ғүмәрҙә. Был йүнәлештә халыҡта әүҙемлек етмәй. Бөтә донъя хосусилаштырыу менән шөғөлләнгән, һәр биләмә “һинеке-минекенә” әйләнгән осорҙа ерле булыуҙың законлы берҙән-бер юлы ошо. Башҡорт һәр ваҡыт ерле халыҡ булған, беҙҙең аҫабалыҡ хоҡуҡтарыбыҙ бар. Шуға күрә барыһын да ТОС-тарға иғтибар итергә саҡырам. Һүҙ ҙә юҡ, аңлатма алып барабыҙ, саҡырабыҙ, тик әүҙемлек түбән, әммә мохтажлыҡ юҡмы икән, тип тә уйлап ҡуям. Элеккесә йәшәүҙе дауам итәбеҙ, әммә берәү килеп дөйөм тип иҫәпләнгән ерҙе ҡуртымға алып, ауылдаштарын да индермәй башлаһа, терһәкте тешләйәсәкбеҙ. Һуң булып ҡуймаһын!


Ғөмүмән, мин флаг күтәреп, ҡысҡырып саралар үткәреп йөрөүҙе төп эш тип иҫәпләмәйем. Һәр кемдең үҙ йүнәлеше, бының өсөн меңәрләгән ойошмалар бул­дырылған. Төп бурысыбыҙ – башҡорт мөхи­тен һаҡлау, яҡлау. Шуға ынтылабыҙ ҙа.


– Иң мөһиме – телде һаҡлау, тибеҙ. Һаҡлап буламы?

– Эйе, иң проблемалы әйбер ошо хәҙер. Мин үҙем уҡытыусы, гимназия директоры булараҡ, шуға иғтибар йүнәлткем килә. 1 сентябрҙән бөтә мәктәптәр ҙә биш көнлөк уҡыуға күсә. Әйткәндәй, бик урынлы һәм төплө уйланған башланғыс был. Тик мәсьәләнең икенсе яғы ла бар. Йәшерен-батырын түгел, уҡыу пландары үҙгәртелә, дәрестәр һаны ҡыҫҡартыла башланы. Беләһегеҙме, нимәһе иң үкенесле? Ҡайһы бер мәктәптәрҙә ҡыҫҡартыуҙар тәү сиратта башҡорт теленә ҡағыла бит. Һүҙ бында уның дәүләт теле генә түгел, ә туған тел булараҡ уҡығандары тураһында ла бара.


Ә бит өҫтән килгән күрһәтмәлә телдәргә теймәҫкә тигән тәҡдим бар. Тик ҡайһы бер директорҙар, уҡытыу эше буйынса урын­ба­ҫар­ҙар, төрлө сәбәптәр табып, нәҡ телгә те­йергә тырыша. Был хәл булмаһын өсөн беҙ аңлатыу эше алып барабыҙ, “түңәрәк өҫтәл”дәр үткәрәбеҙ. Үҙебеҙҙең белем усағын башҡаларға өлгө итеп ҡуябыҙ, сөнки беҙҙә бер башҡорт теле сәғәте лә ҡыҫ­ҡарманы. Был йәһәттән уҡыу планы төҙөү өлгөләре бар, уны барыһына ла еткерергә тырышабыҙ, интернетҡа бар мәғлүмәтте, адрестарыбыҙҙы һалдыҡ, әйҙә беҙҙән өйрәнһендәр. Районыбыҙҙа хәл улай ҡурҡы­ныс түгел, күпселек ауыл мәктәптә­рендә лә телде уҡытыу ҡаласаҡ. Башҡалар уйланһын ине.


Элегерәк башҡорт мәктәптәренә баш­ҡортса һөйләшмәгән балалар килә ине. Хәҙер иһә һөйләшеү генә түгел, бөтөнләй аңламағандары бар. Улар башлыса уҙған быуаттың 90-сы йылдарында тыуғандарҙың балалары. Тел олатай-өләсәйҙәрҙә генә ҡала бара түгелме? Балаларығыҙҙы башҡортсаға өйрәтегеҙ тибеҙ, “Нимәгә ул миңә?” тиҙәр. Әлеге быуынды ла юғалтһаҡ... тарих беҙгә быны ғәфү итмәйәсәк.


Сит өлкә балалары мөғжизә күрәсәк


– Ишембай башҡорттары ҡоролтайы республика Башлығының башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса грантын отҡан, тиҙәр.

– Грант тураһында ишеткәс тә, ниндәй файҙалы эш башҡарып оторға икән тип уйлай башланыҡ. Ғөмүмән, беҙҙә телде һаҡлау буйынса саралар бик йыш уҙғарыла. Республика кимәлендә 7-8-се класс уҡыусылары араһында башҡорт теленән олимпиада ла үткәрҙек, туған тел көнө фестивале, “Ер хужаһы” конкурсы, КВН-дар, форумдар... Бихисап булды улар. Шуға яңы әйбер уйлап табыу кәрәк ине.


Эш сәфәрҙәре менән йөрөгәндә күрше төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәрҙең проб­лемаһын күп күрҙек, кимәлдәре менән та­ныштыҡ. Һәм шунда йәшәгән башҡорттарҙың балаларын үҙебеҙгә саҡырып, Башҡортос­тандың, башҡорт теленең, Юрматы еренең мөғжизәһен күрһәтергә ҡарар иттек. Ошо программа еңеп сыҡты ла инде. Һөҙөмтәлә киләһе аҙнала, 3 – 11 июндә, беҙгә күрше Силәбе, Һарытау, Ырымбур өлкәләренән утыҙ бала киләсәк.


– Программа тураһында ентекләберәк һөйләһәгеҙ ине.

– “Йәйләү” лагеры формаһында ойош­тороласаҡ ул. Балалар өсөн башҡорт теле дәрестәре үткәрәсәкбеҙ, Башҡортостандың тарихы, арҙаҡлы шәхестәре, мәҙәниәте, сәнғәте менән таныштырасаҡбыҙ. Үҙ теле­беҙҙә йырларға, халыҡ бейеүҙәрен бейергә, милли уйын ҡоралдарында уйнарға өйрә­тәсәкбеҙ. Экскурсиялар буласаҡ, тәү сиратта Ишембай ҡалаһы менән таныштырасаҡбыҙ, Әхмәтзәки Вәлидиҙең тыуған еренә алып барасаҡбыҙ, Торатауға менәсәкбеҙ, Шүлгән­ташты күрһәтәсәкбеҙ.


Балалар беҙҙең интернатта йәшәйәсәк. Әйткәндәй, бында осраҡлы кешеләр эләкмәне. Беҙ тәүҙә уҡыусылар араһында виртуаль бәйге үткәрҙек. Унда еңгән, үҙҙәрен яҡшы күрһәткән балалар һайлап алынды.


Телдән тыш, беҙ уларҙы кәсептәргә лә өйрәтмәксебеҙ. Ҡыҙҙарға – түшелдерек, малайҙарға кисеттәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған. Бының өсөн махсус белгестәр саҡырабыҙ. “Йәйләү”ҙә төп ҡағиҙә – башҡортса аралашыу. Утыҙ балаға үҙе­беҙҙең гимназиянан утыҙ ирекмән берке­теләсәк. Минеңсә, ҡунаҡтарҙы ла, беҙҙе лә бик ҡыҙыҡ программа көтә.


Гимназияның киләсәге яҡты


– Уҡыу йылы тамамланһа ла, гимназия тураһында бер нисә кәлимә һүҙ әйтегеҙ әле. Үҙегеҙҙең балалар баҡсаһы бар, башланғыс кластар ҙа айырым бинала уҡый, тиһегеҙ. Уңайлымы?

– Система бик уңайлы һәм ҡулайлы. Бик юғары һүҙҙәр кеүек яңғыраһа ла, был ысынбарлыҡҡа тура килә: беҙ үҙебеҙгә уҡыусыларҙы балалар баҡсаһынан үҫтереп алабыҙ. Барыһы ла яҡшы аңлап тора, 15-20 минутлыҡ түңәрәк менән генә телде өйрәнеп булмай. Шуға тәрбиәселәрҙән көндәлектә лә башҡортса һөйләшеүҙе талап итәм. Ултыр, ят, аша, кил кеүек һүҙҙәрҙән башлап, бар мөрәжәғәт үҙ телебеҙҙә булырға тейеш. Өйҙәрендә русса аралашҡан ҡатнаш ғаиләләрҙән килгән балалар бер нисә көн аптырабыраҡ йөрөй ҙә тиҙ генә өйрәнеп китә ул. Аҙаҡ рәхәтләнеп ике телдә лә аңлай башлай.


Беләһегеҙме, хәҙер бит башҡорт ауыл­да­рындағы баҡсаларҙа ла русса һөйләшә­ләр. Был – ҙур проблема. Ата-әсә телгә өйрә­теүҙән ҡурҡмаһын ине. Тел – ул байлыҡ. Тел Киевҡа алып барып еткерә, тип юҡҡа әйт­мәйҙәр. Ни тиклем күберәк телдәр белә­һең, интеллект та шул тиклем үҫә. Әле мо­даға менталь арифметика тигән төшөнсә инде.


Мейенең уң һәм һул ярымшарын үҫтерә торған методика. Телдәр өйрәнеү ҙә шул уҡ принципҡа ҡоролған. Ят телдәге һүҙҙе күҙ алдына килтерергә кәрәк, тимәк, мейе икенсе төрлөрәк эшләй. Бер нисә сит телдәр белеүсе менән бер тел белгән кешеләр араһында айырма ҙур, ул күҙгә күренеп тора. “Баламды башҡорт теленә уҡыт­ҡым килмәй”, ти ҡайһы бер тәкәббер ата-әсәләр. Бәлки, ул һинең кейәү йә киленеңдең, ейәндәреңдең теле булыр? Кем белә?


Балалар баҡсаһына әйләнеп ҡайтып, шуны әйтәм. Беҙҙә бер түләүле түңәрәк тә юҡ. Шашка, ҡом менән һүрәт төшөрөү, лего, бейеү, йыр – барыһы ла бушлай. Музыка мәктәбе лә асҡайныҡ, тик йөрөтмәйҙәр, сабыйҙарға көсөргәнешлерәктер, бәлки, тип уны әлегә ябып торҙоҡ.


– Ә башланғыс класс уҡыусыларын өлкәндәрҙән айырыу үҙен аҡлаймы?

– Аҡлай. Ололар ҡамасауламай, этеү-төртөү, алама ғәҙәттәргә һәм һүҙҙәргә өйрәтеү юҡ. Уларҙың үҙ мөхиттәре. Бында ла шулай уҡ барлыҡ мөмкин булған түңәрәктәр, музыка мәктәбе – барыһы ла бар. Бер ҡайҙа ла сығып йөрөү кәрәкмәй. Айырыуса интернат балаһына уңайлы. Өҫтәмә белем биреү бик көслө беҙҙә: спорт та, мәҙәниәт тә, интеллектуаль яҡтан да үҫтерәбеҙ. Замандан ҡалышмайбыҙ, баш­лан­ғыс кластарҙа ла, өлкәндәрҙә лә менталь арифметика, робототехника, 3Д һүрәт төшөрөү, һыуҙа һүрәт төшөрөү кеүек яңы йүнәлештәр булдырылған. Үҙебеҙҙең телевидение эшләй, гәзит сыға. Кешене үҫтереү өсөн белем биреү генә етмәй. Баланың шәхесе, рухы, иманы үҫһә, ул бөйөк кеше буласаҡ.


– Балалар күпме һеҙҙә? Гимназия бал ҡорто күселәй гөжләп тора.

– Балалар баҡсаһы менән бергә иҫәп­ләһәк, мең самаһы кеше. Юғары уҡыу йорттарына инеү буйынса күрһәткестәребеҙ бик яҡшы – 94 процент. Шөкөр, берҙәм дәүләт имтиханын да һәйбәт бирәләр. Бына бер миҫал: башҡорт мәктәбендә ике телде уҡыған балабыҙ, былтыр рус телен 100 балға тапшырҙы. Тимәк, имтиханды һәйбәт тапшырыр өсөн башҡорт теленән баш тартып, рус телен генә уҡыу кәрәкмәй бит!


Уҡытыусыларыбыҙ ҙа көслө. Шуныһы ҡыуаныслы, йәштәр күп. Мәҫәлән, химиянан Алмас Насретдинов, рус теленән Азалия Ямалетдинова менән Лилиә Әхтәмова матур эшләйҙәр. Йыл да гимназияла “Йондоҙҙар парады” үткәрәбеҙ. Унда һәр төрлө йүнә­леш­тә уҡыусылар һәм уҡытыусылар араһынан иң-иңдәрҙе билдәләйбеҙ. Бер һүҙ менән әйткәндә, бик тулы, ҡыҙыҡлы, мәғәнәле тормош менән йәшәйбеҙ беҙ.


– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә. Бар йүнәлештәрҙә лә уңыш юлдаш булһын!

Читайте нас: