Республикабыҙҙың йөҙ йыллығы билдәләгәндә Баймаҡ районының Байыш мәктәбе лә бер быуатлыҡ олпат юбилейын ҡаршыланы.
Мәктәптә төрлө йылдарҙа эшләгән һәм белем алғандарҙы бергә туплаған сара ысын мәғәнәһендә иҫтәлек-хәтирәләрҙән торҙо, матур күңел байрамына әйләнде.
Ҡасандыр ошонда уҡып ҡанат нығытҡан элекке уҡыусылар береһе лә буш ҡул менән килмәгән. Улар ауылдаштарының белем усағы тәҙрәләрен алмаштырыу өсөн урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашыуын хуплау, аҡсалата ярҙам күрһәтте.
Мәғариф ветераны Фәтхиә Кәримова оло юбилейға арнап Байыш ауылы хаҡында китап сығарһа, Земфира һәм Айгиз Ғабдуллиндар мәктәптең тарихына арналған бай йөкмәткеле фильм төшөргән.
Сарала Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 93 йәшлек Ғәйзулла Әблүзиндең ҡатнашыуы ауылдаштары өсөн оло бүләк булды.
Бер быуатлыҡ тарихлы белем усағына 2006 йылдан алып Фәнил Мортазин етәкселек итә. Мәктәп коллективы районда иң яҡшылар рәтендә.