Борайҙа яңы уҡыу йылында балалар баҡсаһы асыласаҡ.
Әле төҙөлөш әүҙем бара. Бина Борайҙың Энергетиктар, 2 адресы буйынса урынлашҡан, 95 балаға иҫәпләнгән. Эш “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект” программаһына ярашлы алып барыла.
Түбәне ябыу тамамлана, параллель рәүештә бинаны эстән төҙөкләндереү башланған. Газ ҡаҙанлығы монтажланған.
Төҙөлөш былтыр июндә башланғайны. Эш графикка ярашлы бара, быйыл августа бина файҙаланыуға тапшырыласаҡ.