Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
3 Июнь 2019, 22:43

"Сибай"ҙа ял башланды!

“Сибай” шифахана-профилакторийында балаларҙы йәйге һауыҡтырыу миҙгеле асылды.

Фотолар Сибай ҡала хакимиәте сайтынан.
Фотолар Сибай ҡала хакимиәте сайтынан.
“Сибай” шифахана-профилакторийында балаларҙы йәйге һауыҡтырыу миҙгеле асылды.


Бөгөн унда тәүге ял итеүселәр килде. Ай дауамында шифаханала барлығы 108 бала һаулығын нығытасаҡ. Уҡыусыларҙың йәйге ялы күңелле һәм хәүефһеҙ үтһен өсөн бөтөн шарттар тыуҙырылған. Сибай педагогия колледжы студенттары вожатый булып эшләй, улар балалар өсөн төрлө уйын-конкурстар үткәрә, күңелле сәйәхәттәр ойоштора. Бер һүҙ менән әйткәндә, йәйге ял мауыҡтырғыс һәм фәһемле буласаҡ!


Ҡаланың барлыҡ мәктәп яны лагерҙары балаларҙы 5 июндән ҡабул итһә, “Шифа” һәм “Юлдаш” 6-7 июндә эш башлай.
Читайте нас: