Яңы мәктәп алыҫтан нур сәсеп балҡып тора.
Йәнәш ултырған ике ауыл – Яңы Собханғол һәм Иҫке Мөсәтте элек-электән мәктәп мәсьәләһе борсоно – ҙур, матур белем усағын халыҡ егерме йылдан ашыу көттө. Әле беҙ башланғыс кластарҙа уҡығанда “ике арала тиҙҙән мәктәп һалынасаҡ, Янһары (ауылымдың икенсе исеме) менән Мөсәт балалары шул мәктәптә белем аласаҡ” тигән хәбәрҙе ишетеп, беҙ, ауылдың Үҙәк урамында йәшәүселәр, эргәлә түгел, ә ауыл осона йөрөп уҡыуыбыҙҙы уйлап, үҙебеҙсә ҡайғырып та йөрөгәйнек.
Бәхетленең ҡунағы бер көндә
Уҡытыусы, унан Бөрйән районының күп ауылында мәктәп директоры булған, ғүмеренең бер нисә һуңғы йылында Яңы Собханғол ауыл хакимиәтенә етәкселек иткән атайым Илгиз Ильяс улы Йәмилев, мәктәп урынын билдәләп, унда ҡырсын ташытып ҡуйғас, өйгә ашҡынып ҡайтып, әсәйемә һөйөнсөләй: ниһайәт, төҙөлөш эштәре башланасаҡ! Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул ваҡытһыҙ вафат була, билдәләнгән урынға яңы мәктәп төҙөү хыял булып ҡала килә. Ауыл осона йөрөп уҡыйбыҙ тип бошоноуҙан туҡтап, ҡыуаныс менән яңы белем усағы көткән беҙҙең быуын да ҙурайып, ҡош балаларылай ситкә һибелде.
Мәктәптең 90 йыллығына инде үҙебеҙҙең балаларыбыҙҙы етәкләп, иркен, яҡты, әллә ҡайҙан балҡып күренеп ултырған, үҙенә тағы балалар баҡсаһын, киң ҡоласлы ишек алдын, уйын майҙансығын һыйындырған белем усағына ҡайтып төштөк. Бәхетленең ҡунағы бер көндә, ти халыҡ мәҡәле. Бәхетленең туйлар байрамдары бер көндә тип өҫтәр инем үҙем – районда республикаға 100 йыл тулыуҙы билдәләгәндә үтте “100 йыллыҡҡа – 100 объект” программаһына ярашлы төҙөлгән яңы мәктәпте асыу тантанаһы.
Өр-яңы мәктәп ихатаһына йыйылған кешеләрҙең иҫәбе-һаны юҡ. Бер-береһен күңелле сәләмләүҙәр, йәнле әңгәмәләр…
Байрамға мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа килгәйне. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Айнур Бейембәтов, Бөрйән районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов Яңы Собханғол һәм Иҫке Мөсәт ауылдары халҡының оло шатлығын уртаҡлашты. Рөстәм Динислам улы уҡыусыларға семәрле асҡыс тапшырып, ҡыҙыл таҫма киҫелгәс, бар халыҡ мәктәп буйлап экскурсияға, баҡсала ағас ултыртырға таралды.
Белем усағы тирәләй һәр сығарылыш класы уҡыусылары берешәр үҫенте ултыртып сыҡты. Ирекһеҙҙән иҫке мәктәпте уратып алған ҡуйы баҡса күҙ алдына килде. Мин уны кескәй саҡтан үҙ алдыма ғына гөлбаҡса тип йөрөтә торғайным. Яҙ һайын мәктәп уҡыусылары ултыртҡан шау сәскәләрҙән тыш, бында ҡуйы ағастар, улар араһынан һалынған берләм һуҡмаҡ бәләкәй генә урманды хәтерләтә ине. Сибек кенә ағас үҫентеләренә ҡарап, уларҙың да йылдар үтә килә мөһабәт мәктәп бинаһы биләмәһен шау йәшеллеккә күмәсәгенә ышаныс яралды.
Сараның сираттағы мөһим ваҡиғаһы – ошо белем усағы янында Бөйөк Ватан һуғышының тыл һәм хеҙмәт ветерандары хөрмәтенә обелиск асыу. Ураҡ тотҡан малайҙың яурындарына ауыр эштән тупаҫланған ҡулдарын һалған ҡатындың йөҙөндә шул ваҡыттағы бар ҡайғы-хәсрәт, тормош ауырлығы, ил хәстәре сағыла. Ҡунаҡтар араһында булған тыл ветерандары, һуғыш ваҡытында йүгереп йөрөгән малайҙар-ҡыҙҙар, ашарын ашаған, йәшәрен йәшәгән оло инәй-бабайҙар был обелиск янында тын ҡалды. Күҙҙәрендә – әйтеп аңлата алмаҫлыҡ һағыш...
Ҡатлы-ҡатлы тормош бер һағышланырға, бер шатланырға мәжбүр итә. Ә шулай ҙа бында барыһын да оло ҡыуаныс берләштергән. Ана бит, ҡырҙан тыуған төйәген, мәктәбен, һабаҡташтарын, уҡытыусыларын, туғандарын һағынып ҡайтҡан ауылдаштар яңы белем алыу усағын ихлас үҙләштерә, өр-яңы кластарға, ундағы парталарға, уңайлаштырылған яңы заман технологияларына һоҡлана, күбеһе мәктәп музейына йыйылып тарих уҡытыусыһы, ошо рух мөйөшөн ойошторған Гөлдәр Рәхимйән ҡыҙы Ҡолдобаеваны тыңлай.
“Беҙ был мәктәпте оҙаҡ көттөк!” – тигәйне тантаналы сара башында мәртәбәле ҡунаҡтарҙы бал да май менән ҡаршы алғанда уҡыусы ҡыҙҙарҙың береһе. Уға инде күптән белем эстәп, үҙҙәре әсәй-атай, олатай-өләсәй булып бөткән оло быуын вәкилдәре лә ихлас ҡушылды, һәр береһенең йөҙөндә – күптән көтөп алынған шатлыҡ осҡондары.
90 йәшен туйлаған аҡһаҡал мәктәптең тарихы бай. 1928 йылда район үҙәге Иҫке Собханғолда яңы уҡыу йорто бинаһы төҙөлә башлау сәбәпле, мәктәпте Яңы Собханғол ауылына күсереү тураһында ҡарар ҡабул ителә.
Тәүге дәрестәр Шөғәйеп исемле ҡарттың өйөндә үтә. Унан мәсет бинаһына күсәләр.
1930 йылда ауылда башланғыс мәктәп төҙөлә. 1941 йылда иһә ете йыллыҡ асыла.
Һуғыштан һуңғы осорҙа мәктәпкә юғары уҡыу йортон тамамлаған йәш, белемле, инициативалы белгестәр килә. Мәктәп директоры йөгөн Абдрахман Фәйзрахман улы Исмәғилев тарта.
Үҫмерҙәр бала-саға менән бер класта уҡый, өлкән класс уҡыусылары мәсеттә, бәләкәйҙәр ағас өйҙәрҙәге бәләкәй бүлмәләрҙә урынлаша. Шарттар яҡшынан булмаһа ла, барыһы ла белем алырға тырыша.
1956/57 уҡыу йылынан ете йыллыҡ мәктәп кире башланғысҡа әйләндерелә. Бары өс уҡытыусы эшләй – Лидия Гавриловна Усенко һәм Динә Абдулла ҡыҙы Ноғоманова, директор урынбаҫары Ҡорман Ишҡыуат улы Йортбағышев.
1960 – 1967 йылдарҙа етәксе вазифаһын Йосоп Мөхәмәтйәнов, Ноғман Йортбағышев, Әхәт Сәғитов башҡара.
1966/67 уҡыу йылынан мәктәп ҡайтанан һигеҙ йыллыҡҡа әүерелә. Директор вазифаһын Хәләф Вәлит улы Ғәлләмов башҡара. Ул етәкселек иткән осорҙа ҙур, яҡты мәктәп бинаһы төҙөү эше башлана.
Был ғәмәлде атҡарыуҙа өлкән класс уҡыусылары һәм барлыҡ уҡытыусылар әүҙем ҡатнаша. 1972 йылда төҙөлөп бөткән белем усағында уҡыусылар һаны арта, ҡайһы бер йылдарҙа уларҙың иҫәбе 130-140-ҡа тиклем барып етә. Бер класта утыҙ-ҡырҡ бала уҡырға мәжбүр булһа, математика һәм урыҫ теле дәрестәрен ике класс бергә өйрәнә. 1969/70 уҡыу йылында мәктәпкә Таһир Сәлих улы Дәүләтбирҙин етәкселек итһә, ҡатыны Лилиә Дәүләтбирҙина уҡытыусы булып хеҙмәт юлын башлай. Балаларҙың белемле киләсәге өсөн күп көс һалған педагогтар әлеге көндә Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәй.
70-се йылдар башында Яңы Собханғол урта мәктәбе йәш, көслө кадрҙар менән тулылана: Рәхилә Ҡолдәүләтова, Хәмдиә Хәкимова, Дания Ҡыуатова, Люциә Йәғәфәрова уҡытырға килә. Зиннур Ҡолдәүләтов мәктәпкә етәкселек иткән осорҙа унда ыңғай үҙгәрештәр һиҙелә – кабинеттар тейешле ҡорамалдар һәм йыһаздар менән тулыландырыла.
Йәш быуынға белем биреүгә ҙур өлөш индергән бөгөнгө ветерандар – йор һүҙле, тормошто яратыусан, әле лә балаларға аҙна һайын шахмат серҙәрен төшөндөргән, үҙ ваҡытында математика, физика фәндәрен уҡытҡан Садиҡ Байғусҡаров, тәүге хәреф, тәүге һандарҙы өйрәткән, “Әлифба” тигән сихри донъяны асҡан Зәйтүнә Ғүмәр ҡыҙы менән тарих, география, тыуған яҡты өйрәнеү кеүек ҡыҙыҡлы фәндәрҙән уҡытҡан Самат Арыҫланғәле улы Хәлиловтарҙың эшкә төшөү ваҡыты уҙған быуаттың 70-се йылдар уртаһына тура килә.
Мәфтүха Заманова, Хәмдиә Хәкимова, Зәйтүнә Хәлилова, Ҡорман Йортбағышев, Динә Ноғоманова, Ғәйшә Йомағолова, Лидия Усенко, Мәрфуға Хоҙайбирҙина, Самат Хәлилов үҙ һөнәрҙәренә оло йәшкәсә тоғро ҡалып, хаҡлы ялға тиклем яңы быуынға белем серҙәрен төшөндөрә, фиҙакәр хеҙмәттәре, ижади ҡараштары өсөн Башҡортостан һәм Рәсәй кимәлендәге төрлө ҡаҙаныштарға, наградаларға лайыҡ була.
1991 – 1995 йылдарҙа Яңы Собханғол урта мәктәбенә Илгиз Йәмилев етәкселек итә.
“Ул шаян холоҡло, тапҡыр телле ине, балаларҙа ла ошо сифаттарҙы тәрбиәләргә ынтылды. Был осорҙа мәктәп бик күп ҡаҙаныштар яуланы, уҡыусылар республика күләмендәге олимпиадаларҙа, “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса сәсәндәр бәйгеләрендә еңеүҙәргә өлгәште”, – тип иҫкә ала Илгиз Ильяс улын шул осорҙа бергә эшләгән хеҙмәттәштәре.
Артабан мәктәпкә Гәрәй Йомағолов, Рафаэль Сиражетдиновтар етәкселек итә. Улар ҙа халыҡ тарафынан тик яҡшы яҡтан ғына телгә алына, коллектив, уҡытыусылар хәтерендә талапсан, ғәҙел етәксе булараҡ һаҡланып ҡала.
Яңы быуат башында туғыҙ йыл дауамында Ләлә Иҫәнғужина етәкселек иткән осорҙа мәктәп заманына күрә күп яңырыу кисерә. Күрһәткестәр һөҙөмтәһе буйынса Яңы Собханғол урта мәктәбе бер миллион һумлыҡ Рәсәй грантына лайыҡ була, байтаҡ педагог “Иң яҡшы уҡытыусы” Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулап, 100 меңлек грант ала. Уҡытыусылар сафы яңынан-яңы һөнәри белгестәр менән тулылана.
Әле етәксе штурвалы янына ҡайтанан Гәрәй Миңлеғәле улы Йомағолов баҫҡан. Яңы мәктәп бинаһында эш башлаған күләмле уҡытыусылар коллективы, 90 йыллыҡ юбилей һәм мәктәп асыу тантанаһын туйлау мәшәҡәттәре – барыһы ла уның тынғыһыҙ хеҙмәт емеше.
– Бөгөн мәктәптә 117 бала белем ала, яңы уҡыу йылына 128 уҡыусы көтөлә. 90 йыллыҡты туйлау бер нисә йүнәлеште үҙ эсенә алды. Беренсенән, мәктәптең тарихы төптән, тәрәнерәк итеп өйрәнелеп тулыландырылды, икенсенән, уҡытыусы һөнәренә дан йырлау, ветерандарыбыҙҙы ҙурлау, уларға ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеү ҙә – юбилейҙың төп бурыстарының береһе, шулай уҡ оҙаҡ йылдар күрешмәгән класташтарҙы бергә йыйыу, уларға иҫтә ҡалырлыҡ осрашыу ойоштороу ҙа маҡсат итеп ҡуйылғайны, – тине Гәрәй Миңлеғәле улы, оло сара айҡанлы тәьҫораттары менән уртаҡлашып.
90-сы йылдарҙа ла мәктәпкә етәкселек иткән кеше булараҡ, унан шул ваҡыттар менән хәҙерге мәлдәрҙе сағыштырыуын, үҙ фекерен белдереүен һораным.
– Шарттар буйынса айырма бик ҙур. Ул йылдарҙа уҡыусылар авария хәлендәге һыуыҡ ағас мәктәптә белем алды, хәҙер заманса йыһазландырылған ике ҡатлы яҡты, йылы һәм иркен бинала уҡыйҙар. Ә сифат яғына килгәндә, ул заманда ла, әле лә балаларҙы төрлө яҡлап үҫтерергә әҙер торған коллективтың белем һәм тәрбиә биреүе ҡыуандыра, – тине етәксе.
Гәрәй Миңлеғәле улы, тырыш етәксе булыуҙан тыш, ғаиләһе менән башҡорт матбуғатын даими алдырып уҡып бара, ҡул аҫтындағы уҡытыусыларҙан да ошоно талап итә. Шуға күрә уға “Башҡортостан” гәзите тарафынан тапшырылған Маҡтау ҡағыҙы бик урынлы ине. Яңы Собханғол мәктәбе уҡытыусылары һәм уҡыусылары кластары менән гәзитебеҙгә яҙылып, ошо уңайҙан үткәрелеп килгән акцияға ҡушыласағы хаҡында ла белдерҙе. “Башҡортостан” менән яңы мәктәптең ныҡлы нигеҙендә һалынған дуҫлыҡ күпере лә ныҡлы, оҙон ғүмерле булыр киләсәктә.
Йыр-бейеүһеҙ ниндәй байрам ул?
Көллөһө көткән шатлыҡлы ваҡиға булғанда йыр-моңһоҙ нисек түҙһен ауыл халҡы? Теге йәки был йылда мәктәпте тамамлаған сығарылыш уҡыусыларының ҡотлау, хәтирә һүҙҙәре араһында моңло тауыштары менән күптән бар Башҡортостанға танылған “Гөлдәр” халыҡ вокаль ансамбле сығыш яһаны, мәктәп уҡыусылары шиғыр, йыр, халыҡ бейеүҙәренән торған музыкаль гөлләмә бүләк итте.
Йәше алтмыштан уҙһа ла, һаман егеттәрсә өҙә баҫҡан Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәүеф Дәүләт улы Сиражетдиновтың сәхнәне бөркөттәй иңләп бейеүе һәр кемдең дә күңеленә хуш килде, ошо мәктәпте тамамлап, әле М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында белем алған, кескәй йәшенән сәхнәләрҙән төшмәгән Инсур Кинйәбаевтың моңло тауышы йөрәктәрҙе елкендерҙе.
Бер нисә сәғәткә һуҙылған, әммә бер ҙә ялҡытмаған саранан һуң һабаҡташтар бергәләп йыйынға ашыҡты, күп йылдар буйы күрешмәгәс, һөйләр хәбәрҙәр, уртаҡлашыр хәтирәләр ҙә байтаҡ йыйылған ине...
Ике ауыл уртаһында балҡып, әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып тора хәҙер Иҫке Собханғол урта мәктәбенең Яңы Собханғол ауылындағы филиалы. Балаларҙың шат, ҡәнәғәт йөҙҙәренән, йылылыҡ, йәм бөркөлгән, шартына, талабына тура килтереп заманса йыһазландырылған һәр кабинеттан яңылыҡ, белем, шатлыҡ еҫе аңҡығандай. Балалар баҡсаһы ла үҙенә тарта – ниһайәт, кескәйҙәр иркенләп йылыла йөрөп кенә ҡалмай, тыштағы майҙансыҡта рәхәтләнеп уйнай ала.
Элек бушап, етемһерәп ятҡан был урын тиҙ арала Яңы Собханғол һәм Иҫке Мөсәт халҡының яратҡан урынына әүерелде. Уҡыусылар аллеяһы иһә йылдар үткәс шау ағас булып үҫеп сығыр.
Күптән көтөп алынған шатлыҡ балҡышы, замана рухы, киләсәк шаңы, яңылыҡ һәм белем мөхите аңҡый бында. Хәрефтәр, һандар өйрәтеүгә генә ҡайтып ҡалмаған, һәр йәш быуын вәкиле өсөн үҙ өйөнән ҡала иң яҡын ере булып торған белем усағы – һөйөклө мәктәп алыҫтан шулай нур сәсеп балҡырға тейеш тә...