Беренсе булып Тау-байыҡтырыу комбинатының “Ҡалҡан” һауыҡтырыу лагеры балаларҙы ҡабул итте. Һуңғы йылдарҙа был учреждение ыңғай үҙгәрештәр кисерә: ял күңелле, имен үтһен өсөн етәкселек ҙур тырышлыҡ һала, сифатлы ремонт уҙғарыла, тирә-яҡ төҙөкләндерелә.