Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
6 Июнь 2019, 20:24

Иҫкәртеү күпкә яҡшыраҡ

Кисә Өфөлә “Террорсылыҡ идеологияһына ҡаршы тороу: концепциялар һәм адреслы профилактика” тип аталған Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Исеменән үк аңлашылыуынса, һөйләшеү экстремист һәм террор ағымдарына ҡаршы тороу, был проблеманы иҫкәртеү темаһына арналды.

Кисә Өфөлә “Террорсылыҡ идеологияһына ҡаршы тороу: концепциялар һәм адреслы профилактика” тип аталған Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Исеменән үк аңлашылыуынса, һөйләшеү экстремист һәм террор ағымдарына ҡаршы тороу, был проблеманы иҫкәртеү темаһына арналды.


Сара М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҙҙы. Фойела был темаға арналған бик бай һәм ҡыҙыҡлы күргәҙмә ойошторолғайны.


Конференция эшендә дәүләт власы органдары, хәүефһеҙлек хеҙмәттәре вәкилдәре, ғалимдар, дин әһелдәре, йәштәр ҡатнашты.

– Июнь урталарында Өфөлә хәүефһеҙлек мәсьәләләренә арналған ҙур халыҡ-ара форум үтәсәк, унда 110-дан ашыу ил вәкиле ҡатнашасаҡ. Бөгөнгө конференция ла ошо сара менән ауаздаш һәм ниндәйҙер кимәлдә уға әҙерлек тиергә лә була, – тине БГПУ ректоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Салауат Сәғитов.


Конференцияның пленар өлөшөндә Рәсәй ислам университеты ректоры Артур Сөләймәнов, республиканың Ведомство-ара йәмәғәт хәүефһеҙлеге советы секретары Алексей Касьянов һәм башҡалар сығыш яһаны.


Артур Сөләймәнов тарих төпкөлөнә төшөп, террорсылыҡтың килеп сығыуы тураһында һөйләне. Һәм бындай төшөнсәләр менән ислам һәм башҡа диндәр бәйле түгел тигән фекер әйтте.


Конференцияның пленар өлөшөнән һуң, унда ҡатнашыусылар секциялар эшенә таралышты. Бында иһә мөһим темалар айырым ҡаралды. Улар араһында интернет селтәрендә террорсылыҡҡа ҡаршы тороу, был проблеманы иҫкәртеүҙә киң мәғлүмәт сараларының әһәмиәте, йәштәрҙе ылыҡтырыу проблемаһы, шәхес хәүефһеҙлегенең психологик аспекттары һәм башҡалар булды.


Автор фотоһы.
Читайте нас