Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
8 Июнь 2019, 14:05

Ниңә йөҙөргә өйрәтмәнең?

Белем менән һөнәр бер бөтөн. Кеше уларҙың икеһенә берҙәй таянып йәшәй. Ошоға бәйле хикәйәттәрҙең береһен иҫкә төшөрөп уҙайыҡ.

Фото: ok.ru
Белем менән һөнәр бер бөтөн. Кеше уларҙың икеһенә берҙәй таянып йәшәй. Ошоға бәйле хикәйәттәрҙең береһен иҫкә төшөрөп уҙайыҡ.


Батша улын бөтөн ғилемгә, һөнәргә өйрәтеү өсөн остазға бирә. Күпмелер ваҡыттан егеттән имтихан алырға үҙе килә.


“Улығыҙ барыһына ла өйрәнде!” – тип ҡаршы ала уны уҡытыусы.
Тәүге һынау мәлендә кәмәгә ултырып китәләр. Диңгеҙгә ингәс, батша ярандарына улын һыуға ташларға бойора. Егет бата башлай. Ярандар уға ярҙамға ташлана.
“Ниңә йөҙөргә өйрәтмәнең? – ти батша остазға. – Белем менән һөнәр бер бөтөн. Уҡымышлы булып та, йөҙә белмәй икән, кеше нисек йәшәр?”