Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
11 Июнь 2019, 18:04

Ауыл ҡыҙы танауға сиртте!

Әбйәлил районының Салауат ауылынан Зарема Хамматова ошо көндәрҙә шатлыҡлы ваҡиға кисерә. Бындай уңышҡа уның һәр бер тиҫтере һөйөнөр ине.

Әбйәлил районының Салауат ауылынан Зарема Хамматова ошо көндәрҙә шатлыҡлы ваҡиға кисерә. Бындай уңышҡа уның һәр бер тиҫтере һөйөнөр ине.


Зарема Берҙәм дәүләт имтиханында географиянан 100 балл йыйған. Ҡыҙ ошоғаса был фәндән өс тапҡыр республика олимпиадаһы призеры булған.


Шуныһы – ул унынсы класты ғына тамамлаған. Ә мәктәптә география фәне был мәлгә өйрәнелеп бөтөлә, шуға күрә ваҡытынан алда имтихан тоторға мөмкин.


Зарема әле ҡайҙа уҡырға барырын белмәй, сөнки уның тағы бер уҡыу йылы бар. Ҡыҙ халыҡ-ара бәйләнештәр һәм архитектура белгеслегенең береһен һайлар, моғайын.


Әбйәлил һылыуын география уҡытыусыһы Рәйлә Хафизова уҡытҡан.


Географиянан БДИ-ны быйыл 521 кеше биргән. 100-әр балды, Зареманан тыш, Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалалары мәктәптәренең ун беренсе класс уҡыусылары йыйған.


Фото: З. Хамматованың шәхси архивынан.
Читайте нас: