Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
11 Июнь 2019, 22:56

Йәш уҡытыусыларға – 600 мең һум

Педагог хеҙмәтенең баһаһын арттырыу, һөнәри эшмәкәрлектә юғары ҡаҙаныштарға дәртләндереү маҡсатында республика етәксеһе Радий Хәбиров ауылдарҙа эшләгән йәш уҡытыусыларға гранттар тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.

Фото: glavarb.ru

Документҡа ярашлы, быйыл 1 июлдә йыл да биреләсәк 600-әр мең һум күләмендә йөҙ грант булдырыла.
Конкурста халҡы ун меңдән ашмаған ауыл биләмәһендәге дөйөм белем биреү ойошмаларында кәмендә ике йыл эшләгән 35 йәшкә тиклемге уҡытыусылар ҡатнаша ала. Документтар йыл да 1 авгусҡа тиклем тапшырылырға тейеш.
Читайте нас: