Башҡортостан Хөкүмәтендә Өфөлә вуз-ара студент кампусы төҙөү мәсьәләләре буйынса эш кәңәшмәһе үтте.
Кәңәшмә сиктәрендә кампус төҙөүҙең инвестиция проектын эшләп сығарыу мәсьәләһе ҡаралды. Яңы белем биреү инфраструктураһын булдырыу “Мәғариф” милли проектының “Мәғариф экспорты” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә башҡарыла. Кампус – ул күп функциялы киңлек, үҙ эсенә белем биреү, спорт, китапхана зоналарын ала, шулай уҡ коворкингтар һәм конференц-залдар инә.
– Әлеге мәлдә республикалағы вуздарҙы мәғарифтың экспортер-вуздары иҫәбенә индереү буйынса эш алып барыла. Был йәһәттән, студент дөйөм ятаҡтарында урындар һанын арттырыу кәрәк. Бынан тыш, әлеге проект юғары белем алыуҙың абруйын арттырасаҡ һәм биләмәнең дөйөм үҫешенә ыңғай йоғонто яһаясаҡ, – тине Ленара Иванова.
Инвестиция проектын “КПД” компаниялар төркөмө менән бергә тормошҡа ашырыу күҙаллана.
Проекттың концепцияһына ярашлы, йәштәр өсөн заманса, уңайлы, асыҡ, хәүефһеҙ белем биреү мөхите булдырыу ҡаралған, шул иҫәптән студенттар өсөн дөйөм ятаҡтар, уҡытыусылар һәм йәш ғалимдар өсөн торлаҡ та инә.
Фото: rudomilov.livejournal.com