Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
17 Июнь 2019, 19:12

Ҡырым көтә...

Башҡортостанда балаларҙың йәйге лагеры башланды. Шул шатландыра, республикабыҙ етәкселеге йыл да мәктәп уҡыусыларының ялын ойоштороуға ҙур иғтибар бүлә. Башҡортостан Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әле йәйге лагерҙарҙа беренсе смена гөрләп бара, дөйөм алғанда, быйыл бөтәһе 240 мең баланың ялын ойоштороу планлаштырыла, бынан тыш әҙ сығымлы ял лагерына 390 мең ҡыҙ һәм малай йәлеп ителәсәк.

Республикабыҙҙан ситтә 5 мең тирәһе баланың ялын үткәреү күҙаллана. Ҡара һәм Азов диңгеҙҙәре буйындағы Ҡырым Республикаһы, “Артек” халыҡ-ара балалар үҙәге шуға асыҡ миҫал.

Яңы Балыҡлы ауылы янындағы “Йәйғор” һаулыҡты нығытыу лагерында иһә хәҙер 81 ҡыҙ һәм малай ял итә.

– Беҙҙә ҡыҙ һәм малайҙарға күңелһеҙләнергә, ата-әсәһен, яҡындарын юҡһынырға һис тә ваҡыт ҡалмай, – тип һөйләй лагерь начальнигы Алина Гәрәйшина. – Һәр көнөбөҙҙө ниндәйҙер күңелле сара менән бәйләгәнбеҙ. Әлбиттә, бындай ҡыҙыулыҡ нәҡ балалар тарафынан булдырылғас, уй-ниәттәрҙе планлаштырыу бигерәк тә еңел. Күп осраҡта уларҙың үҙҙәренә дилбегәне тотторғанбыҙ. Шул ҡыуаныслы, һәр береһе әүҙем, ихлас һәм фекерле.

Фото: tv.tver.ru сайтынан.
Читайте нас: