Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
18 Июнь 2019, 14:58

Өмөт һәм ышаныстан – рухи ныҡлыҡ

Шул осҡондарҙы нисек тә һүндермәҫкә тырыштыҡ.

Шул осҡондарҙы нисек тә һүндермәҫкә тырыштыҡ.


Аңдан — ҡанға, ҡандан — заңға, ти халыҡ мәҡәле. Маҡсатҡа, еңеүгә ынтылыш тәрбиәнән генә түгел, ә ҡанға һалынған аңдан да киләлер, тип уйлайым. Бөгөн яңы тәпәй баҫҡан балаларҙың теле (рус йәнһүрәттәреме, әллә интернет, телевизор касафатымы, бәлки, үҙебеҙ ғәйеплеме, белмәҫһең) русса асыла. Күп ғаиләләрҙә, хатта башҡорт ауылдарында йәшәгәндәр ҙә өйҙә русса аралаша. Мәктәптәрҙә туған телде уҡытыу сәғәттәре лә аҙайҙы, былар бер кемгә лә сер түгел. Шулай ҙа беҙ, уҡытыусылар, уҡыусыларыбыҙға әсә теле серҙәрен, республиканың дәүләт теле тип һаналған гүзәл һөйләшебеҙҙең моңон еткерергә тырышабыҙ. Төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашабыҙ: шиғырҙар ятлайбыҙ, фәнни эштәр яҙабыҙ, олимпиадаларҙа еңеү яулайбыҙ.


Белеүебеҙсә, олимпиада — бик ҡатмарлы, яуаплы һынау. Мәктәп кимәлендә еңгән иң-иңдәр генә унда артабанғы баҫҡыстарҙы үтә ала. Тәжрибәмдән сығып, шуны әйтә алам: йылдың-йылы конкурс һорауҙары ауыр, төрлө этаптарҙан тора. Балалар быға тиклем инша ла яҙҙы, тексҡа тулы анализ да эшләне, викторина һорауҙарына ла яуап эҙләне. Был һынауҙар – башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнгән уҡыусылар өсөн, ә дәүләт телен өйрәнгәндәр инша ла яҙа, викторинаға ла яуап бирә һәм русса тексты башҡорт теленә тәржемә лә яһай ине.
Быйыл был эш төрҙәре бер аҙ үҙгәртелде. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгән балалар, бирелгән тексты тыңлап, уның йөкмәткеһен ҡыҫҡаса һөйләргә, таныш булмаған конкурсант менән аныҡ темаға диалог төҙөп, әңгәмә ҡорорға (ҡыҫҡа ваҡыт эсендә) һәм бирелгән текст буйынса өс һорауға яуап яҙырға, һүҙҙәрҙе тәржемә итергә, ҡайһы берҙәренә лексик-грамматик анализ эшләргә тейеш.
Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгән бала уҡыу программаһының өсөнсө һыҙатына ҡарай. Олимпиаданың был этабында мотлаҡ рус йәки башҡа милләттән (татар милләтенән башҡа) булған бала ҡатнашырға тейеш.

Ике йыл рәттән башҡорт дәүләт теле буйынса муниципаль кимәлдә еңеү яулап, республикала үҙен лайыҡлы күрһәтеп ҡайтҡан рус егете, уның ынтылыштары, рухы тураһында бөгөнгө һүҙем.
Беҙ, уҡытыусылар, бала күңеленә белем орлоҡтарын һалып ҡына ҡалмайбыҙ, ә шул үҫентеләрҙең артабан шытып, ниндәй кимәлгә еткәнен күҙәтеп, нығыныуына булышлыҡ иткән кешеләр. Мәҫәлән, үҙем башланғыс кластан уҡ уҡыусыларым араһынан белемгә, уҡыуға ынтылышы юғары, телгә ҡыҙыҡһыныуы ҙур булған балаларҙы “күҙаллайым”. Артабан улар менән, теләгенә, ҡыҙыҡһыныуына ҡарап, ныҡлап шөғөлләнә башлайым. Олимпиада, уның мөмкинлектәре тураһында һүҙ ҡуҙғатып, “ҡылын тартып” ҡарайым. Баланың теләге барлығы уның күҙҙәренән үк күренеп тора. Ниндәйҙер аңлата алмаҫлыҡ осҡон сәселә уларҙан, уҡыусы үҙе лә уҡытыусы әйткән һәр һүҙҙе йотлоғоп тыңлай, күңеленә һеңдерә. Шөкөр, ошондай рухлы, аңлы, зиһенле балалар осрап тора тормошомда, эшемдә.
Биш-алты йыл элек Артур Фомин исемле уҡыусым менән олимпиаданың республика кимәлендә уңышлы сығыш яһап ҡайтҡайныҡ. Ул да башҡорт телен шул тиклем бирелеп уҡыны, башҡаларға өлгө булып торҙо. Әлбиттә, был тырышлыҡ, ынтылыш баланың ғаиләһенән дә килә, сөнки өйҙә ата-әсәһе улында йәки ҡыҙында белемгә, уҡыуға ынтылыш тыуҙырмай, республика телен өйрәнергә кәрәклеге тураһында ыңғай ҡарашта түгел икән – тырышлығыбыҙ бушҡа ғына булыр ине.
Максим Метельницкий тигән уҡыусымдың да уҡыуға, башҡорт теленә ҡарата ҡыҙыҡһы­ныуын башланғыс кластан уҡ шәйләп ҡалдым. Тыйнаҡ, ипле, аҡыллы ҡарашлы, тырыш бала ул. Ғаиләһендә лә тыуған илебеҙ телен белергә тейешбеҙ, башҡа халыҡтар менән дуҫ йәшәргә кәрәк тигән ҡарашталар. Әммә Максимдың үҙенең күңелендә ошо төшөнсәнең ныҡлы урын алыуы мөһим. Балала дәрт, алға ынтылыш уятҡан көстө “өмөт шәме” тип атарға булалыр. Ул быуынға, аҡылға — көс, йөрәккә дәрт бирә. Ошо шәмде һүндермәү кешенең үҙенән тора, ә өмөт маҡсатҡа бәйле. Әгәр ниәт иткәнһең икән, тимәк, шуға ынтылырға кәрәк.
Максим үткән уҡыу йылында республика кимәлендәге олимпиадаға еңеүгә өмөт, ышаныс менән барғайны. Әммә аҙыраҡ ынтылыш, белем етеңкерәмәгәс, ҡатнашыусы дәрәжәһендә ҡайтҡайны. Тик ул, егеттәргә генә хас үҙһүҙлелек менән, киләһе йыл да бында мотлаҡ киләсәген һәм барыбер еңеүгә өлгәшәсәген белдерҙе. Еңеүгә өмөт һәм ышаныс нигеҙендә рухи ныҡлыҡ та тыуҙы шул мәлдә уның күңелендә. Шул осҡондарҙы нисек тә һүндермәҫкә тырыштыҡ Максимдың ғаиләһе, ата-әсәһе менән. Йыл дауамында ул ныҡлы әҙерләнде, ниәтенә ышаныслы аҙымдар менән барҙы һәм еңде!
Рус егетенең ошо рух ныҡлығы, маҡсатҡа ынтылышы, алдына ҡуйғанды үтәргә тырышыуы мине һоҡландырҙы. Бының менән ул күптәргә өлгө булды. Эйе, башҡорт теле уның өсөн ят. Әммә баланың теләге, тырышлығы бар икән, ниңә ул осҡондо һүндерергә? Тик ошо осҡондо күреп ҡалып, ялҡын өҫтәргә, ситтән генә күҙәтеп түгел, ә ярҙам иткәндә, киләсәгебеҙ яҡты, ышаныслы ҡулдарҙа булыр ине. Иманым камил, әгәр кешенең үҙендә, күңелендә бар икән – ул булдыра!
Максим, афарин! “Өмөт шәме”ңде һүндермәй, рухыңды һындырмай алға ынтыл һәм теләк­тәрең тормошҡа ашһын. Һинең ғаиләңә, атай-әсәйеңә — Ләлә Владимировна менән Владимир Владимировичҡа оло рәхмәт. Ошондай дан ғаиләләр күберәк булһын ине! Ул сағында бер телгә лә юғалыу ҡурҡынысы янамаясаҡ, халыҡтар дуҫлығы нығыясаҡ һәм тормошобоҙ йәмләнәсәк!


Туймазы ҡалаһы.
Читайте нас: