Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре шатландыра ла, көйөндөрә лә. “Күпме балл йыйған?” тип эргә-тирәләгеләрҙең ҡыҙыҡһыныуына өйрәндек тә, шикелле.
Башҡортостанда өс баланың икешәр предметтан 100 балл йыйыуы – ниндәй ҡыуаныс! Нефтекама башҡорт гимназияһынан – Эдуард Владимиров, Өфөләге 153-сө лицейҙан – Роман Злобин һәм Өфө дәүләт нефть-техник университеты янындағы М.С. Пинский исемендәге 83-сө инженер лицейҙан Маргарита Сәғитованың физиканан һәм математиканан (профиль) юғары балл алыуы шуға асыҡ миҫал. Эдуард Владимировтың һүҙҙәренә ҡарағанда, ике фәндән дә максималь балл – уның өсөн яңылыҡ түгел. Бәләкәйҙән теүәл фәндәрҙе тәрән өйрәнгән, мәктәптә “5” билдәләренә генә уҡыған, әлбиттә, баш күтәрмәй шөғөлләнгән. Үҫмер сит тарафтарға юл тотмаҡсы – Мәскәү ҡалыһының юғары уҡыу йорттарында белем алырға теләге көслө.