Башҡортостан дәүләт медицина университетының студент отряды илебеҙҙең төрлө тарафтарында йәйге хеҙмәт семестрын үтергә йыйына. Улар Краснодар крайы һәм Ҡырым Республикаһындағы балалар һауыҡтырыу лагерҙарында, төбәк-ара клиника-диагностикалау үҙәктәрендә, шифаханаларҙа, дауалау-профилактика учреждениеларында эшләйәсәк.
– Студенттарҙың һәр береһе үҙен урта һәм кесе медицина хеҙмәткәре вазифаларында һынап ҡараясаҡ. Был улар өсөн медицина ярҙамы күрһәтеүҙең бөтә баҫҡыстарында тәжрибә туплауға, шулай уҡ ҙур илебеҙҙең башҡа төбәктәрендә дуҫтар табыуға, тәжрибә уртаҡлашыуға һәм яңылыҡтарҙы өйрәнеүгә булышлыҡ итәсәк, – ти университеттың студент отряды етәксеһе, дауалау факультетының IV курс студенты Руслан Сабиров.