Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
21 Июнь 2019, 15:03

Ҡытай студенттарын нимә ҡыҙыҡһындыра?

Өфө дәүләт авиация техник университеты Нанкин Теч университетында белем алғандар өсөн “Киләсәк материалдары һәм сәнәғәт технологиялары” халыҡ-ара студент мәктәбен ойошторасаҡ.

Өфө дәүләт авиация техник университеты Нанкин Теч университетында белем алғандар өсөн “Киләсәк материалдары һәм сәнәғәт технологиялары” халыҡ-ара студент мәктәбен ойошторасаҡ.


Яңыраҡ Ҡытай Халыҡ Республикаһының техник вузы вәкилдәре ӨДАТУ-ла булып, килешеү нигеҙендә ҡаралған Йәйге мәктәп программаһы менән танышты. Ә инде октябргә тиклем Ҡытайҙан 30 студент курстарҙа белем аласаҡ, шулай уҡ улар өсөн Өфө һәм республика буйынса экскурсиялар ҙа ойоштороласаҡ.


Йәйге мәктәп программаһында кристолография, кристаллы рәшәткә кәмселеге, диффузия һәм фазалы әйләнеү, материалдарҙың физик торошо, наноструктуралы күләмле материалдар, термик эшкәртеү теорияһы һәм технологияһы фәндәрен өйрәнеү ҡаралған. Шулай уҡ рус теле, Башҡортостандың тарихы һәм мәҙәниәте серҙәрен дә төшөнәсәктәр.


Йәйге халыҡ-ара студент мәктәбен ойоштороу сит ил студенттарын уҡытыу, университеттар араһында хеҙмәттәшлекте һәм бәйләнештәрҙе нығытыу маҡсатын ҡуя, тип белдерә университет етәкселеге.
Читайте нас: