Баҡалы ауылындағы “Буратино” балалар баҡсаһы – һәр йәһәттән дә алдынғы белем усаҡтарының береһе. Тәрбиәүи эштәр һөҙөмтәләре буйынса, мәҙәни саралар үткәреү йәки йәшелләндереү йәһәтенән дә һынатмайҙар. Мәҫәлән, туя аллеяһы әллә ҡайҙан матур булып күренә, эргә-тирәгә йәм өҫтәй. Ил кимәлендә лә танылғандар: “Өлгөлө балалар баҡсаһы” Бөтә Рәсәй смотр-конкурсында еңеү яулағандар.
Балалар баҡсаһы мөдире Светлана Жукович билдәләүенсә, тәртип тупһанан башлана тигән ҡанатлы һүҙҙәрҙе эш девизы итеп алғандар. Бәләкәйҙән бөхтәлеккә, таҙалыҡҡа өйрәнгәндәр ҙур үҫкәс тә был йәһәттән бүтәндәргә өлгө булып торасаҡ.
Балалар баҡсаһы 140 урынға иҫәпләнгән, Иҫке Шәрәшле ауылында филиалдары бар. Йәйгеһен балаларҙың аҙ булыуына аптырайһы түгел. Кемдәрҙер ата-әсәһе менән ситкә ял итергә китә, икенселәр был ваҡытта ауылда ҡалыуҙы хуп күрә. Бында бөтәһе 20 педагог иҫәпләнә, өс логопед, ике музыка һәм бер физик культура уҡытыусыһы бар. Алты төркөмдөң яртыһы эшмәкәрлеген логопедик йүнәлешкә көйләгән.
– Тәрбиәселәрҙән уңдыҡ, улар һәр сараны мөмкин тиклем бай йөкмәткеле һәм иҫтә ҡалырлыҡ итеп ойошторорға күнеккән, – ти Светлана Жукович. – Кескәйҙәрҙең һәр береһенә айырым ҡараш кәрәк. Хәҙер бит ҡыҙ һәм малайҙар әҙ хәрәкәтләнә, компьютерға йә планшетҡа бәйлелектәре көслө. Ниәтебеҙ – кескәйҙәрҙе хәрәкәтле уйындарға ылыҡтырыу.
Тәрбиәсе Зөһрә Яхина төшкө аш һәм тәмле йоҡо алдынан балаларҙы саф һауа һуларға урамға алып сыҡты. Тыштағы уйындарҙың файҙаһын үҙ күҙебеҙ менән күрҙек.
Балалар баҡсаһының биләмәһе иркен. Бында һәр төркөмгә уйындар ойоштороу өсөн уңайлыҡтар етерлек. 140-тан ашыу бала өсөн, әлбиттә, тәү сиратта яҡшы шарттар тыуҙырыу мөһим. Етәкселек ошоно күҙ уңында тотоп эшләй ҙә инде.
Сәғәт телдәре төшкө 1-гә яҡынлашҡанда, малайҙар һәм ҡыҙҙар карауаттары янында ине. Киләсәккә көс йыйыр, алдағы көндәрҙә лә шаярып-көлөп, рәхәтләнеп уйнар өсөн сәләмәт йоҡо кәрәклеген дә һәр береһе аңлай...