Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
28 Июнь 2019, 20:46

Радий Хәбиров: "Барыһы өсөн дә үҙебеҙ яуаплы"

“Беҙ, башҡорттар, һис шикһеҙ, телебеҙҙе һаҡларға бурыслы, әммә уны көсләп уҡытыуҙы туҡтатырға ваҡыт”, – тине V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайындағы сығышында Радий Хәбиров.

Фото "Башинформ"дан.
Фото "Башинформ"дан.
“Беҙ, башҡорттар, һис шикһеҙ, телебеҙҙе һаҡларға бурыслы, әммә уны көсләп уҡытыуҙы туҡтатырға ваҡыт”, – тине V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайындағы сығышында Радий Хәбиров.


“Башҡорт теле, ысынлап та, яҡлауға мохтаж, әммә бының нигеҙендә тәү сиратта вайымһыҙлыҡ, ғәмһеҙлек, алдан күрә белмәү ята, – тине республика етәксеһе. – Бөгөн күптәр – ололар ҙа, балалар ҙа – ихлас күңелдән туған телен өйрәнергә теләй. Тик уларға нисек ярҙам итергә? Был хаҡта башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезында ла фекер алыштыҡ. Беҙгә башҡорт телен модаға индереү зарур. Тиҙҙән күңелһеҙ методикаларҙы заманса интерактив электрон китаптар алмаштырасаҡ. Был йәһәттән уҡытыусыларҙың әҙерлек кимәле лә күпкә айырылып торасаҡ. Беҙ ошо йүнәлештә системалы эш алып барабыҙ. Башҡорт теленең фондын булдырҙыҡ, республика Башлығы грантын тапшырабыҙ, башҡорт теленән диктант яҙабыҙ. Әҙәбиәтте, театрҙарҙы, гәзит-журналдарҙы ла ситтә ҡалдырмаясаҡбыҙ. Телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлауға үҙебеҙ яуаплы”.
Читайте нас: