Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
28 Июнь 2019, 22:56

Әсбаптар ҙа кәрәк, уҡытыусылар ҙа

Башҡа төбәктәрҙә телебеҙҙе нисек һаҡларға?

Ғәзиз Йосопов фотоһы.
Ғәзиз Йосопов фотоһы.
“Төбәктәрҙәге башҡорттар” секцияһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы Алһыу Сирғәлина Рәсәй төбәктәрендәге ҡоролтайҙарҙың отчет-һайлау йыйылышы һөҙөмтәләре менән таныштырҙы.
– Башҡорттар ерле халыҡ булған төбәктәрҙә лә, бүтәндәрендә лә иң киҫкен мәсьәлә, әлбиттә, телде һаҡлап ҡалыу, – тине ул. – Мәктәптәрҙе, уҡытыусылар әҙерләүҙе хәл итергә кәрәк. Рәсәй төбәктәре менән Башҡортостан араһында килешеүҙәрҙе яңыртыу мөһим. Тыуған телде һаҡлау, яҡлау, халҡыбыҙҙың рухи ҡомартҡыларын мәҙәниәт, сәнғәт аша үтемлерәк итеп еткереү ҙур көскә эйә. Башҡорт профессиональ сәнғәт коллективтарының сығыштарын, гастролдәрен яйға һалыу зарур.
Читайте нас: