Тел ябай аралашыу сараһы ғына түгел. Ул тотош милләттең асылын, йәшәйешен сағылдыра.
“Башҡорт теле” секцияһында һүҙ ошо хаҡта барҙы, туған телебеҙ нигеҙендә барлыҡҡа килгән әҙәбиәттең, мәҙәниәттең һәм башҡа рухи ҡиммәттәребеҙҙең үткәненә, бөгөнгөһөнә байҡау яһалды, киләсәгенә күҙ ташланды.
Секцияны Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, филология фәндәре докторы Гөлнур Ҡолһарина асты. Артабан ғалимдар, тел белгестәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, уҡытыусылар һ.б. һүҙ алды. Сығыштарҙа башҡорт теленең бөгөнгө ҡулланылыш мәсьәләһенә айырыуса ҙур иғтибар бүленде.