Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
3 Июль 2019, 05:35

Йәйғор балҡышы – Баҡалыла!

Башҡортостанда балаларҙың йәйге лагеры дауам итә. Шул шатландыра, республикабыҙ етәкселеге йыл да балаларҙың ялын ойоштороуға ҙур иғтибар бүлә.

Автор фотоһы.
Автор фотоһы.
Башҡортостанда балаларҙың йәйге лагеры дауам итә. Шул шатландыра, республикабыҙ етәкселеге йыл да балаларҙың ялын ойоштороуға ҙур иғтибар бүлә.


Башҡортостан Мәғариф министрлы­ғынан хәбәр итеүҙәренсә, әле йәйге лагерҙарҙа беренсе смена гөрләп бара, дөйөм алғанда, быйыл бөтәһе 240 мең баланың сәләмәтлеген нығытыу планлаштырыла. Бынан тыш, әҙ сығымлы ял итеү лагерына 390 мең ҡыҙ һәм малай йәлеп ителәсәк.
Республикабыҙҙан ситтә 5 мең тирәһе баланың ялын үткәреү күҙ­аллана. Ҡара һәм Аҙау диңгеҙҙәре буйындағы Ҡырым Республикаһы, “Артек” халыҡ-ара балалар үҙәге – шуға асыҡ миҫал.
Баҡалы районында ла был тәңгәлдә күп эш башҡаралар, ошо мәсьәләгә етди иғтибар бүләләр. 1 июндән – ете мәктәптә, шулай уҡ Балалар ижады йортонда, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә көндөҙгө ял лагерҙары эшләй башланы. Баҡалы районы хакимиәтенең мәғариф-аналитика бүлеге белгесе Миләүшә Риянованың һүҙҙәренә ҡарағанда, алдан барыһы ла хәстәрләнгәс, әле эш барышында бер ниндәй ҙә ҡытыршылыҡтар осрамай, пионервожатыйҙар конкурс нигеҙендә һайлап алынған, уларҙың һәр береһе бурысына яуаплы ҡарай, әгәр балалар ошонда үткәргән көндәре тураһында һуңынан һағынып һөйләһә, маҡсаттарына өлгәшәсәктәр.
Яңы Балыҡлы ауылы янындағы “Йәйғор” һаулыҡты нығытыу лагерында хәҙер 81 ҡыҙ һәм малай ял итә. Беҙ мөғжизәле был урынға аяҡ баҫҡанда ба­лалар спорт менән шөғөлләнә ине. Дөрөҫөрәге, малайҙарҙың көрәш сер­ҙәренә төшөнөү ваҡытына тура килдек.
– Беҙҙә ҡыҙ һәм малайҙарға күңелһеҙләнергә, ата-әсәһен, яҡында­рын юҡһынырға һис тә ваҡыт ҡалмай, – тип һөйләй лагерь начальнигы Алина Гәрәйшина. – Һәр көнөбөҙҙө ниндәйҙер күңелле сара менән бәйләгәнбеҙ. Әлбиттә, бындай ҡыҙыулыҡ нәҡ балалар тарафынан булдырылғас, уй-ниәттәрҙе планлаштырыу бигерәк тә еңел. Күп осраҡта уларҙың үҙҙәренә дилбегәне тотторғанбыҙ. Шул ҡыуаныслы: һәр береһе әүҙем, ихлас һәм фекерле.
Тренер Илдар Муллағәлиевтең һүҙҙәренә ҡарағанда, спортҡа ул һәр малайҙың көслө ынтылышын һиҙә һәм ҡыуана. Иртәнсәк физзарядкаға теҙеләләр, унан инде һыуыҡ һыу менән йыуыныу, карауатты йыйыштырыу кеүек тәртипкә өйрәткән мәшәҡәттәргә күмеләләр. Спорт менән дуҫлыҡ – армияға әҙерлеккә ярты аҙым, барыһының да бөгөндән ил һағына баҫырға теләге ҙур.
Бынан тыш, “Һаумы, был – мин!”, “Һаулыҡ – ҙур байлыҡ”, “Кешеләргә таҙа планета”, “Беҙ – Рәсәй балалары”, “Яҡташтарыбыҙ – Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары”, “Объективта – беҙ!”, “Беҙ бөтә донъяла тыныслыҡ өсөн” һәм башҡа сараларҙың уҙғарылыуы эш планына ингән.
Отрядтарға бүленгән үҫмерҙәрҙең шат тауышынан тирә-яҡ яңғырап тора. Әйткәндәй, улар йәйғор төҫтәрен хәтерләтә, һәр береһе сағыу, теремек һәм балҡый.
Читайте нас: