Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
9 Июль 2019, 23:20

Аттестатһыҙ ҡалған Балтас балалары нимә эшләй ала?

Республиканың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин Балтастағы Берҙәм дәүләт имтихандарына бәйле сетерекле хәлгә аңлатма бирҙе.

Фото: echomskufa.ru
Фото: echomskufa.ru
Республиканың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин Балтастағы Берҙәм дәүләт имтихандарына бәйле сетерекле хәлгә аңлатма бирҙе.


Белеүегеҙсә, унда дәүләт аттестацияһы тапшырыу мәлендә мутлашырға маташыу осрағы асыҡланып, 16 уҡыусы аттестат алыуҙан һәм үҙ мәлендә юғары уҡыу йортона инеү хоҡуғынан мәхрүм ҡалды. Был хаҡта республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Хөкүмәттә үткән кәңәшмә барышында белдереп, хәлде асыҡларға – ҡушҡайны.


Әлеге инцидент буйынса бер нисә кеше эшенән бушатылған да инде: район мәғариф бүлеге етәксеһе һәм мәктәп директоры вазифаһын ҡалдырған.


Билдәле булыуынса, имтихан ваҡытында уҡыусылар шпаргалкалар, смартфондар һәм башҡа техник саралар ҡулланған.


Был күңелһеҙ хәлгә аңлатма биреп, мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин:


– Әгәр мотлаҡ имтихандың берәүһе һаналмаһа, йәғни һөҙөмтә юҡҡа сығарылһа, бала юғары уҡыу йортона инеү мөмкинлегенән мәхрүм ҡала. Әммә көҙгөһөн, һынауҙы яңынан тапшырып, был балалар урта һөнәри уҡыу йорттарына инә ала, – тип белдерҙе.
Читайте нас: