Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
10 Июль 2019, 13:58

Урал менән Һомай осрашҡан урын да бар

Бында барыһы ла тик башҡортса һөйләшә, йәшәгән урындары – тирмә, көндөҙ майҙанға йәйләргә сығалар, кисен киске уйындар ойошторалар...

Автор фотоһы.
Автор фотоһы.
Әлшәй районы Чехово лагерында “Йәйләү” гөрләй. Башҡорт рухы менән һуғарылған был ял итеү үҙәгенең етәксеһе – Марат Ғилманов.
“Әлеге ваҡытта “Йәйләү” йәйге ял лагерының икенсе сменаһы эшләй, бында республикабыҙҙың төрлө райондарынан ғына түгел, Силәбе, Һамар, Пермь кеүек күрше өлкәләрҙән дә балалар ял итә. Бында барыбыҙ ҙа тик башҡортса һөйләшәбеҙ, лагерь биләмәһендәге юлдарға халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәренең исемдәрен ҡушып сыҡҡанбыҙ: Салауат Юлаев проспекты, Зәки Вәлиди урамы, Рәми Ғарипов юлы. Урал батыр һәм Һомай осрашҡан урын да бар”, – ти ул.
Бында барыһы ла тик башҡортса һөйләшә, йәшәгән урындары – тирмә, көндөҙ майҙанға йәйләргә сығалар, кисен киске уйындар ойошторалар. Әйҙәүселәренә ҡарап күҙ һөйөнә: ҡараштары янып торған рухлы ҡыҙҙар-егеттәр тыпырҙатып бейеп тә китә, ҡурайҙа, баянда, гитарала, ҡумыҙҙа уйнай, моңло итеп йырлай ҙа. Улар – төрлө йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан, үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан күрһәткән йәш быуын, кескәйҙәр ҙә әйҙәүселәргә ҡарап өлгө ала.
Йырлап-бейеп кенә йөрөйҙәр икән, тимәгеҙ. Бында, йәйге ялға ҡарамаҫтан, төрлө өлкәләрҙә белемен дә камиллаштыралар.
Читайте нас: